Арзанға һатып, ҡиммәткә алабыҙ...15.05.2015
Урманға бәйле бөгөнгө мәсьәләләр халыҡты ныҡ борсой. Райондарҙағы осрашыуҙарҙа журналистарға был йәһәттән зарланыуҙы күп ишетергә тура килә. Редакциябыҙға ла шундай уҡ йөкмәткеле хаттар йыш килә. Күптәр урмандың әрәм-шәрәм ителеүенә, уның урынына йәш үҫентеләр ултыртылмауына, ағас сығарғанда йөк машиналарының юлдарҙы бөтөрөүенә йән әрнеүен белдерә.
Был дәғүәләр башлыса республикабыҙҙың күпселек урманын ҡуртымға алған компанияларға ҡағыла. Яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында әлеге проблема ныҡлы тикшерелде.
– “Селена”, “Башлеспром” кеүек ағас эшкәртеүсе компаниялар етәкселәре матур һөйләй белә, асылда иһә эштәр хөрт бара, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Улар урман иҫәбенә кеҫәһен тултыра, ә беҙгә түңгәктәр һәм ҡоро яландар ҡала...
Тағы ла шуныһы аптырата: беҙҙең ағасты күрше өлкәгә осһоҙға һаталар. Унда эшкәртелгәс, төҙөлөш материалы булараҡ үҙебеҙгә күпкә ҡиммәткә әйләнеп ҡайта. Бындай осраҡта Башҡортостан сеймал үҙәге генә булып ҡала.
Республика етәксеһе фекеренсә, бындай тәртипһеҙлеккә нөктә ҡуйырға ваҡыт. Урманды ҡуртымға алған компанияларға бер йыл һынау срогы бирелде. Етешһеҙлектәр бөтөрөлмәһә, улар менән килешеүҙе өҙөргә тура киләсәк. Бынан тыш, республикабыҙҙа ағас эшкәртеү заводтарын арттырыу мөһимлеге лә белдерелде.