Һеҙҙе бай тәьҫораттар көтә15.05.2015
Һәр йылдағыса, Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан быйыл да Музейҙар төнө ойошторола. Ошо турала Башҡортостандың Милли музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли ВӘЛИУЛЛИН һөйләй:

– Иртәгә киске сәғәт 6-ла башланасаҡ Музейҙар төнө Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Элекке йылдарҙан айырмалы, ул таңға хәтлем түгел, төнгө сәғәт 12-гә тиклем генә дауам итәсәк. Унда республикабыҙҙағы 101 музейҙың барыһының да ҡатнашыуы көтөлә, 260-ҡа яҡын сара планлаштырылған.
Башҡортостандың Милли музейына килгәндә, бина алдында ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һалдат кейемендәге хеҙмәткәрҙәребеҙ ҡаршы алып торасаҡ. Әйткәндәй, бер аҙ һуғыш осоро ваҡиғаларын сәхнәләштерергә уйлайбыҙ. Дәртле көйҙәр, күңелле лә, һағышлы ла йырҙар, бейеүҙәр – барыһы ла буласаҡ.
Сәғәт 11 тулыу менән халыҡ эскә үтәсәк. Унда экскурсия ойошторолор, һәр кем бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән таныша алыр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы янында фотоға төшөргә мөмкин. Музейҙар төнө ҡунаҡтары йорттарына бай тәьҫораттар менән ҡайтыр, сара һәр кемдең күңелендә күркәм хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанам.

И. АҠЪЮЛОВ яҙып алды.





Вернуться назад