Йәш быуынды хәстәрләп15.05.2015
17 майҙа Рәсәйҙә етенсе тапҡыр Халыҡ-ара “Балалар ышаныс телефоны” көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә лә байрам саралары ойошторола.

Был көндө Башҡортостандың Милли музейында, Өфө ҡалаһындағы М.В. Нестеров исемендәге, Хәрби Дан музейҙарында “Асыҡ ишектәр көнө” үтә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн экскурсиялар уҙғарыла. Еңеү, Беренсе Май, Ҡашҡаҙан, И. Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял парктарында, С. Юлаев исемендәге сквер биләмәһендә ирекмәндәр “Балалар ышаныс телефоны”ның эш алымдары тураһында мәғлүмәт сағылған флаерҙар, шарҙар таратасаҡ. И. Якутов исемендәге паркта “Орион” мәҙәниәт йортондағы балалар коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты ла була. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.





Вернуться назад