Космонавтар уңыш теләне15.05.2015
2011 йылдан алып Рәсәйҙә I – VII класс уҡыусылары өсөн Ю.А. Гагарин Кубогына мәктәп олимпиадаһы уҙғарыла. Проект йылдан-йыл киңәйә, унда хәҙер сит ил балалары ла ҡатнаша башлаған.

Быйылғы олимпиадала Башҡортостандың 600-ҙән ашыу мәктәбенән 72 мең самаһы уҡыусы ҡатнашты. Улар математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, информатика һәм башҡа предметтарҙан яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Еңеүселәргә иһә Өфөләге “Башҡортостандың йәш таланттары” исемле үҫеш үҙәгендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Йомабикә Ильясова, Эдуард Сәйетбатталов, Совет һәм Рәсәй космонавтары Владимир Коваленко, Виктор Горбатко, Александр Иванченко, Анатолий Арцебарский менән осрашыу бәхете тейҙе. Гагариндың юлын дауам иткән өлкәндәр ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты, йәштәр менән йәнле аралашты, уларға уҡыуында уңыштар, яңы бейеклектәр теләне. Һис шикһеҙ, бындай сараларҙың төрлө быуын вәкилдәре араһында күркәм мөнәсәбәт ойоштороуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.




Вернуться назад