Сертификаттар тапшырылды15.05.2015
Рәсәй Президентының Өфөләге төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Документҡа алты кеше эйә булды.
Ил Президентының “Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы Указы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда 870 кеше таныҡлыҡ алған. Ошо маҡсатҡа 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сертификат буйынса түләү күләме 1,2 миллион һум тәшкил итә. Республикабыҙҙа ошо категорияға ингән тағы ла 494 кеше бар. Уларға социаль ярҙам күрһәтеүгә 600 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк.
Сертификат алғандар араһында 91 йәшлек Сайма Ризуанова ла бар. Ул Ауырғазы районының Яңы Ҡарамалы ауылынан килгән. Сайма Мөхәррәм ҡыҙының мәрхүм ире “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, ә атаһы Берлинды алыуҙа, Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашып, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған.
Сара сәй табыны менән тамамланды.