Ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡаршы алам15.05.2015
“Башҡортостан”ды яратып уҡыйым. Әллә йәш саҡтан өйрәнгәнгә, әллә олоғайғас, барлыҡ яңылыҡты ла гәзит аша эҙләйем.

Һуңғы осорҙа баҫма бик үҙгәрҙе, йөк­мәткеһе байыны, үткерләнде. Мәҡәләләр ниндәй генә темаға бағыш­ланмай! “Башҡортостан” менән район гәзите “Йүрүҙән”де ҡунаҡтай ашҡынып, һағынып көтөп алам.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә именлек, арымай-талмай, илһамланып эшләүҙә­рен теләйем.

Хәкимйән ВӘКИЛОВ.

Салауат районы,
Ҡағыр ауылы.


һыбай йөрөргә хыялланабыҙ

Хеҙмәт ветерандары булып, ейән-ейәнсәрҙәрҙең игелек-хөрмәтендә ихлас йәшәгән мәлебеҙ. Яҡын дуҫыбыҙҙай, көн һайын тиерлек “Башҡортостан” гәзитен алып ҡыуанабыҙ. Тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ.

Сәйәси ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреп, иҡтисад, мәҙәниәт өлкәһендәге һәр мәғлүмәтте аңлайышлы, тулы яҡтырты­уығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Урындағы һөйләш менән яҙылған “һутлы” хикәйәләрҙе уҡып, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәүге тапҡыр ишеттереп аптыратҡан башватҡыс-кроссворд­тарҙы тултырып кинәнәбеҙ.
Өс тиҫтә йыл дауамында алдырып килгән гәзитебеҙҙең лотерея уйынында ҡатнашып, ат оторға хыялланабыҙ.
ШАҺМИНДАР ғаиләһе.
Миәкә районы,
Йәнәби-Урсай ауылы.




Вернуться назад