Ҡағыҙ мәшәҡәте лә, сират та юҡ!13.05.2015
Ҡағыҙ мәшәҡәте лә, сират та юҡ!“ДублексМед” клиникаһында күҙҙе 8-10 минутта дауалайҙар
Кеше ҡабул иткән мәғлүмәттең 80 проценты күҙ аша килә икән. Шул уҡ ваҡытта бөгөн күреү һәләте насарланыуын, быға бәйле ауырыуҙарҙың көсәйеүен дә беләбеҙ. Сер түгел, компьютер, телевизор, кеҫә телефоны ошо ағзаға дошман булып тора. Ни эшләргә һуң? Бер үк мәлдә күҙҙе лә һаҡлағы, телевизор ҙа ҡарағы килә бит..


Күҙгә бәйле һорауҙарға яуап эҙләп, Стәр­ле­тамаҡ ҡалаһында һәм республикала ғына түгел, ҡайһы бер үҙенсәлекле дауалау ысулдары менән тотош илдә берҙән-бер клиника булып торған “ДублексМед” медицина үҙәгенә юлландыҡ. Беҙ­ҙе уның етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, офтальмохирург Гөлсә­сәк Абыҙгилдина ҡаршы алды.
Үҙәккә ингәс: “Әллә яңылыш берәйһенең фатирына килдекме?” – тип аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Бындағы бөхтәлек һәм таҙалыҡ шулай уйларға мәжбүр итте. Пациенттарға, килгән ҡунаҡтарға мөнәсәбәт тә юғары кимәлдә икән. Әйткәс әйтә­йем инде, дәүләт дауахана-клини­каларындағы һымаҡ бөтмәҫ ҡағыҙ мәшәҡәте һәм, иң мөһиме, сират юҡ! Шул уҡ ваҡытта көнөнә 100-гә яҡын паци­ентты ҡабул итәләр, тимәк, дауалау ҙа сифатлы.
– Сәләмәт булам тиһәң, күҙ ауырыуҙарын иҫ­кәртеү хәйерле, – тип һүҙ башланы Гөлсәсәк Ша­мил ҡыҙы. – Беренсенән, күреү һәләте на­са­райып, һуңғы сиктә һуҡыр ҡалыуың ихтимал. Аллам һаҡлаһын бындай бәхеттән яҙыуҙан! Икен­сенән, күҙ сирҙәре башҡа ағзаларға ла тәьҫир итә – быны ла онотмайыҡ. Шуны әйтер инем: бөгөн Рәсәйҙә һәр 100 кешенең ун бере күҙ ауырыуынан яфалана. Статистика мәғлүмә­тенә ярашлы, илдә йыл да һәр икенсе кеше та­бип­ҡа мөрәжәғәт итә. Компьютер менән те­ле­визор һаулығыбыҙға зыян да килтерә. Шу­ның өсөн экран-мониторҙар алдында сама белеп ултырырға, талаптарҙы үтәргә саҡырыр инем. Мәҫәлән, күҙҙәрҙе һаҡлаусы махсус күҙлек ҡулланыу яҡшы.
Һөйләшеп торған арала үҙәк етәксеһе, күҙҙә­ре­мә тура ҡарап: “Насар күрәһең икән”, – тип һығым­та яһап ҡуйҙы. Шунан тикшереү эше башланды…
Ғәҙәти дауаханалағы кеүек, бында хәрефтәрҙе бер күҙеңде ябып тороп, икенсеһе менән йыраҡ­тағы стендтан уҡымайһың, махсус күҙлек кейеп электрон таҡтанан ғына күҙәтәһең – ошо арала тикшереү бара. Ҡайһылай еңел һәм йәтеш.
Артабан күҙемдең күреү һәләтен ентекле асыҡ­лау маҡсатында махсус аппараттарға күс­тек. Әйтергә кәрәк, ябай приборҙар түгел улар. Сит илдән ҡайтарылған, ҡиммәт тора. Ғөмүмән, клиникала күҙгә комплекслы диагнос­тика үткә­релә, ҡара ҡылауға (катаракта) ҡаршы йөйһөҙ хирургия ысулы ҡулланыла, глаукоманы, селтәрле шекәрә дистрофияһын, шәкәр ауырыуынан күҙ­ҙең зарарланыуын лазер һәм хирургия ярҙа­мында дауалау, күҙҙе контактлы линза һәм лазер ярҙамында коррекциялау һ.б. эшләнә.
Күҙем ысынлап насар күрә булып сыҡты (осраҡлы килеүебеҙ бигүк осраҡлы түгел икән). Кәйефһеҙләнеп торған арала Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы лазер ярҙамында операция яһарға тәҡдим итте. Менталитетыбыҙ шулай: “операция” тигән һүҙҙе ишетеп ҡалыу менән сәс үрә тора. Әммә әңгәмәсем:
– Бер ҙә ҡайғырма, операция 8-10 минут ҡына ба­ра. Наркоз ҡулланылмай, шул уҡ ваҡытта ауыр­тыу ҙа кисермәйһең. Аҙаҡ бер аҙ ял итәһең дә ҡайтып китәһең. Стационарҙа дауаланыу кә­рәк­мәй. Иртәгә үк физик эш башҡара алаһың, – тине.
Сер түгел, бындай кимәлдәге операция, әл­бит­тә, бушлай түгел. Журналист “кеҫәһенең” та­ҡыр­лығын һиҙепмелер, әңгәмәсем: “Дауалау өсөн түләүҙе кассаға өлөшләп индерергә лә мөм­кин. Ташламалар ҙа бар. Шулай уҡ ОК-линзалар ҙа ҡуя алаһығыҙ”, – тип йылмайҙы.
– ?..
– Күҙҙе дауалау өлкәһендә ОК-линзалар ҡулланыуҙы киң файҙаланабыҙ.
Ортокераталогик линзаларҙы күрәшлектән яфа­ланған алты йәштән алып өлкән йәшкә тик­лем­геләр ҡуллана ала. Уларҙы төнгөлөккә кейеп ята­һың да иртән сисәһең һәм көнө буйы күҙлек кеймәйенсә лә һәйбәт күрәһең. Әйткәндәй, Британияла насар күреүселәрҙең – 80, американ­дар­ҙың 95 проценты “төнгө линзалар”ҙы ҡуллана икән.
…Әңгәмәсем менән кәңәшләшә торғас, күҙҙә­ремде дауалау юлын таптыҡ. Иң мөһиме – бында табиптарға ышанырға була. Ни тиһәң дә, үҙе­беҙ­ҙә генә түгел, сит илгә барып, уҡып-өйрәнеп ҡайт­ҡан белгестәр бит. Германияла ярты йыллап эшләгәндәр, Амстердамда (Голландия) белемдә­рен камиллаштырғандар. Ғөмүмән, замандан бер ҙә ҡалышмайҙар: дауалайҙар ҙа, өйрәнәләр ҙә, докторлыҡ диссертациялары ла яҙырға өлгөрәләр. Афарин!
Юғары баһаға лайыҡ клиникала күҙҙе генә дауалап ҡалмайҙар икән, эндокринология, терапия, неврология, урология өлкәләрендә лә эшмәкәр­лек алып баралар.

Күҙ тикшертергә Рәмил МАНСУРОВ менән Эльдар ФӘТТӘХОВ (фото) барҙы.



Вернуться назад