Май башының аяҙ көндәре республиканың төньяҡ төбәктәре игенселәрен айырыуса ҡыуандырҙы. Яңы ғына бөтөнләй аяҡ баҫырлыҡ булмаған баҫыуҙар, тиҙ арала өлгөрөп етеп, ер хужаларын үҙенә саҡырҙы. Улары ужымдарҙы туҡландырыу һәм дым ҡаплау менән бер үк ваҡытта тиерлек иртә культуралар сәсеүгә лә тотондо.– Сыуаҡ көндәрҙе тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ, — тип күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы беҙҙе орлоҡ келәте янында “Раздолье” хужалығы рәйесе Нәзиф Фәтхиев. – Баҫыу эштәрен дәррәү башлап ебәрҙек: механизаторҙар техниканы ваҡытында яйлап-көйләне, яғыулыҡ тупланыҡ. Орлоҡ һәм уларға тейешле дарыу, минераль ашлама етерлек күләмдә.
Яныбыҙға килгән орлоҡ “дарыулаусыға” тейешле кәңәш биреп, Нәзиф Ғәфүр улы беҙҙе яланға саҡырҙы. Юл ыңғайы һүҙен дауам итте:
— Күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм 700 гектарҙа ужым арышын туҡландырыуҙы теүәлләнек. Дым ҡаплауҙы уңған һәм тырыш тракторсыларыбыҙ Геннадий Дунаев менән Александр Беляев бөгөн тамамлай.
Ысынлап та, саң туҙҙырып ер тырматҡан ике агрегат, бар баҫыуҙы иңләп сығып, юл ситендә эштәрен теүәлләй ине.
Етәксе әйтеүенсә, егеттәргә һүҙ тейҙерерлек түгел. Икеһенең дә тәжрибәһе етерлек, ҡушҡанды еренә еткереп үтәйҙәр. Ваҡыттың ҡәҙерен белергә лә уларҙы өйрәтәһе түгел. Бына Геннадий Дунаев хатта беҙҙең менән аралашырға туҡтап та торманы, эшен дауам итте. Александр ғына бер нисә ҡәҙерле минутын бүлде. Алты бала атаһы сирек быуат механизатор булып эшләй икән, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә – баҫыуҙа. Бәхетте ҡайҙандыр ситтә йә яҡындағы ҡалаларҙа эҙләмәгән, игенсенең бер ҙә еңел булмаған хеҙмәтенән бәхет табып, уның тәмен тойоп, һәүетемсә генә йәшәп ята.
Игенселәр 1350 гектарҙа башҡарыласаҡ сәсеүгә лә ныҡлап тотонған. Улар бөгөн етерлек дәрәжәлә дым һаҡланған бәрәкәтле тупраҡҡа арпа һәм бойҙайҙың тос орлоҡтарын һала. Икенсе баҫыуҙа тракторсы Альберт Әхмәҙишиндың ҡеүәтле агрегатын нәҡ ошо эш өҫтөндә тап иттек.
– Үҙендә тупраҡты эшкәрткән культиваторы, берләштерелгән орлоҡ һәм ашлама сәскесе һәм ерҙе кәтүкләгән махсус тәгәрмәстәре булған бындай сәсеү агрегаты районда берәү генә, — тип маҡтанып та алды Нәзиф Ғәфүр улы.
Эйе, бер нисә эш төрөн бер үк ваҡытта башҡарып, һауыттарына тултырылған орлоғо өс сәғәт сәсеүгә еткән был комплексҡа һоҡланырлыҡ шул. Ошоға тағы ла уның менән бары тик бер тракторсы ғына идара иткәнен дә өҫтәһәң, өс тиҫтә йылға яҡын механик һәм баш инженер булып үҙ хужалығында хеҙмәт һалған, ә етәксе вазифаһында үҙенең 12-се яҙғы сәсеүен башлаған рәйес Нәзиф Фәтхиевтең ғорурлығын аңларға була...
Ул арала был заман сәскесе орлоҡ һалырға туҡтаны. Альберт Әхмәҙишин 300 гектарлыҡ был баҫыуҙа бойҙай сәсеүгә бөгөн генә тотонған. 28 йыл механизатор булып эшләүсенең дә күңеле күтәренке, эшен бер нисә көндә теүәлләргә иҫәбе.
– Баҫыуҙағылар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, — тине ул сәскес йәшниктәренә орлоҡ тултырғанда. – Ойоштороу йәһәтенән хәл ителмәгән бер мәсьәлә лә юҡ. Туҡландырыу ҙа бик һәйбәт. Ашнаҡсы Ольга Абдуллова бешергән ризыҡ телеңде йоторлоҡ. Байрам хөрмәтенә тәмле-тәмле кәтлиттәр, ҡоймаҡ менән һыйланы. Нисек тырышмайһың инде бынан һуң?!
Тиҙҙән Альберттың сәсеү агрегаты, мотор тауышын аяҙ күктә һайраған һабантурғайҙар моңона ҡушып, яҙғы баҫыу киңлектәренә ҡуҙғалды. Хәйерле юл һиңә, игенсе! Эштәрең уң булһын!