“Нурый” күмелде нурға13.05.2015
“Нурый” күмелде нурға Быйыл да Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда беренселәрҙән булып иген культуралары сәсеүгә төштө. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хужалыҡ етәксеһе Ғәлим Сәлимов әйтеүенсә, яҙғы сәсеүҙе ваҡытында тамамлау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Техника тулыһынса әҙер, ремонт эштәре өсөн 500 мең һум аҡса сарыф ителгән.


Яҙғы баҫыу эштәре осорона артығы менән яғыулыҡ тупланған, юғары кондициялы орлоҡ етерлек әҙерләнгән. Сәсеү миҙгеленә ярыш шарттары билдәләнгән, хеҙмәтсәндәр медицина тикшереүе үткән.
Быйыл хужалыҡтың сәсеү майҙаны артып, ул 3000 гектар тәшкил итәсәк. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының юғары техник һәм иҡтисади потенциалын иҫәпкә алып, район етәкселеге күрше хужалыҡтан тағы ла 900 гектар ер бүлергә ҡарар иткән. Йылдар дауамында һыналған коллективтың был күләмде үтәү, шу­лай уҡ сәсеүҙе алдынғы технологиялар нигеҙендә һәм ойошҡан атҡарып сығыу өсөн бөтөн мөмкинлеге бар.
Хужалыҡтың “Нурый” баҫыуында әле эш гөрләй. Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған механизаторы Айрат Бүкән­баев, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов менән Айрат Туйсиндың комплекстары 190 гектар майҙанда һоло сәсә. Артабан хужалыҡ игенселәре бойҙай, арпа сәсеүгә төшәсәк.
“Нурый” күмелде нурға— Тупраҡта быйыл дым яҡшы, шуның өсөн тиҙ арала иген культураларын сәсеп ҡалырға кәрәк, — ти Ғәлим Булат улы. — Эшсәндәр хаҡын­да яҡшы хәстәрлек күрелә. Ашхана эшләй, игенселәр ике тапҡыр ашатыла. Удар өс көнлөктәр үткәреп, унда еңеүселәрҙе аҡсалата премия менән бүләкләйәсәкбеҙ.
Ысынлап та, бөгөн игенсе хеҙмә­тенә иғтибар һәм ихтирамдың булыуы мөһим. Сөнки хәҙерге йәш быуындың ауыл хужалығына эшкә барырға аш­ҡы­нып тормауы бер кемгә лә сер тү­гел. Был яҡтан кооперативҡа һоҡ­ла­нырға ғына ҡала: кешеләрҙең бурысына етди ҡарауы, өлкән һәм урта йәштәге меха­низаторҙар араһында йәштәрҙең дә күп булыуы — хужалыҡтың яҡшы эшләүенә асыҡ дәлил.
Бер үк ваҡытта бында малды йәй­ләүҙәргә күсереү башланған, мал аҙығы әҙерләү техникаһы ремонтлана.







Вернуться назад