Халҡын рухи етемлектән һаҡланы08.05.2015
Халҡын рухи етемлектән һаҡланы – Әнүәр апа: “Ауылға ҡайтырға сығам”, – тип телеграмма һуҡҡан!
Ошо хәбәрҙе ишетеү менән тыныс ҡына йәшәп ятҡан ғаиләбеҙ “гөр” итеп ҡала. Беҙ, балалар, үрле-ҡырлы һикерәбеҙ, “тау арты”нан был юлы ниндәй мөғжизәле күстәнәс килерен кемуҙарҙан фаразлай башлайбыҙ, ҡыуанысты урамға алып сығабыҙ. Өләсәйебеҙ иһә, артына боролоп, күҙ йәштәрен һөртөп ала. Йәшләй һуғышта һәләк булған бер туған ағаһы Әбүбәкерҙең улын һәр саҡ шулай ашҡынып, тулҡынланып көтә торғайны ул...


Олатаһы һәм өләсәһе кем?

1921 йылда тыуған Сажиҙә өләсәйем ғаиләлә кинйә бала була. Аталары Сәй­фет­дин Юлмөхәмәтовты – һис ҡасан эш­һеҙ тормаҫ, гелән үҙ көсөнә таянып йә­шәгән оҫта ҡуллы ир-уҙаманды – тыу­ған Бөрйәнендә генә түгел, эргәлә ятҡан Йылайыр, Баймаҡ яҡтарында ла атаҡлы һунарсы тип беләләр. Өҫтәүенә олатай төбәктә данлыҡлы өзләүсе була, уның хаҡында “Башҡорт халыҡ поэзияһы” тигән боронғо китапта белешмә лә баҫыла. Сажиҙә өләсәйемдең һөйлә­үенсә, аталары төрлө ерҙә сығыш яһай, бер тапҡыр Өфөлә булып, бүләккә йәшел камзул кейеп ҡайта. Мәскәүҙе генә күрә алмай Сәйфетдин олатай: илдең баш ҡалаһына сығыш яһарға китеп барғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланып, кире боролоп ҡай­талар...
Ҡатыны Мәрхәбә өләсәй – күрше Баймаҡ районының Байым ауылы ҡыҙы – хәлле ғаиләнән була. Ҡөрьәнде белгән, көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыған зиһенле өләсәй Совет осоронда ауыл халҡын диндән, имандан яҙҙырмауға үҙ өлөшөн индерә. Киң күңелле, тапҡыр телле, мәрәкәсел, йәшенең дә, ҡартының да күңеленә шифа булыр тейешле һүҙен тапҡан аҡыл эйәһенең ауырыуҙарҙы дауалау һәләте күптәрҙе сирҙән йолоп алып ҡала.
Мәрхәбә менән Сәйфетдин Юлмөхә­мәтовтарҙың алты балаһы – Зәйнулла, Сәхибъямал, Бәҙегөлъямал, Зөләйха, Әбүбәкер һәм Сажиҙә – имен-аман буй еткерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда барыһы ла үҙаллы ғаилә ҡорған була. Яуҙың тәүге көндәрендә үк кинйә улдары фронтҡа алына.

“Бәләкәй Әнүәрҙе етәкләп йөрөй торғайным...”

Һуғышҡа тиклем Әбүбәкер Юлмө­хә­мәтов Бөрйән районы үҙәгенә яҡын урынлашҡан Ябаҡ ауылынан Йомабикә тигән ҡыҙға өйләнеп, уларҙың Зафура һәм Әнүәр исемле балалары була. Сәйфетдин олатайҙың өлкән улы Зәйнулланан тыуған Ғәйфулла апа (уға ошо май аҙағында 78 йәш тула) яу йылдарында ике туған ҡустыһы менән бергә йөрөгәнен хәтерләй.
– Әнүәр документтарҙа 1943 йылғы тип яҙылған. Ысынбарлыҡта был дөрөҫ түгел, – ти ул. – Ҡустым минән бер-ике йәшкә генә бәләкәй булды. Һуғыш мәлендә өлкәндәр әтлек, һарына ҡаҙып алып ҡайтһа, шуны бергәләп ашар инек. Аслыҡ-яланғаслыҡтың ҡот осҡос мәлдәрендә кәртә артында үҫкән балтырғандың тышын һыҙырып, Әнүәргә ашарға биреп йөрөгәнем хәтерҙә ҡалған. 1942 – 1943 йылдар булғандыр. Миңә дүрт-биш йәш самаһы ине. Бәләкәй Әнүәрҙе етәкләп йөрөй торғайным...
Йылдар үткәс, шул мәғлүм булды: Йо­ма­би­кә еңгәй улын район үҙәгендәге бер йортта ҡалдырып киткән... Илау тауышын ишетеп, ниндәйҙер ҡатын малайҙы Байназар балалар йортона алып барып тап­шыр­ған. Ул осорҙоң ифрат ҡатмарлы булғанын күҙ уңында тотҡанда, әлбиттә, еңгәйҙең хәлен аңларға булалыр. Әнүәр үҙе лә: “Заман шулай талап иткән”, – тип әсәһенә һүҙ тейҙермәне. Шулай ҙа... Еңгәй Әнүәрҙе сит ауылда түгел, ә яҡындары эргәһендә ҡалдырып китһә, туғаныбыҙ әтлек ашап булһа ла беҙҙең менән үҫер, етемлекте белмәй, тоймай буй еткерер ине...
Байназар балалар йортонда малай фамилияһы буйынса “Юлмөхәмәтов”тан “Нурмөхәмәтов”ҡа әйләнә. Ике туған ағаһы Ғәйфулла апа әйтеүенсә, моғайын, учреждениеға тапшырылған йылын тыуған йылы тип яҙған да ҡуйғандарҙыр. Ошо ваҡиғанан һуң Әнүәрҙең Яңы Усман менән бәйләнеше өҙөлә. Байназарҙан – Стәр­летамаҡҡа, унан Өфөгә күсерелә ул.
– Бөрйәндә тыуғанымды белә торғайным, – тип хәтерләр ине апабыҙ аҙаҡ. – Ә ниндәй ауылданмын икән? Ошо ҡыҙыҡһыныу тынғылыҡ бирмәне. Өфөнөң 8-се балалар йортонда етенсене тамамлаған мәлдә иһә ошонда бергә тәрбиәләнгән Ғәфифә апай Малабаева бүлмәгә килеп инде лә: “Әнүәр, һин беҙҙең ауылдыҡы икәнһең. Әйҙә, алып ҡайтам. Тыуған төйәгең, туғандарың менән танышырһың”, – тине. Шундағы ҡыуаныуым! 1957 йыл ине был...
– Әнүәрҙең ауылға тәүге тапҡыр кил­гә­нен күрмәнем, армияла инем, – тип хәтерләй ике туған ағаһы Ғәйфулла апа Сәй­фетдинов. – Әммә, һөйөнөскә күрә, туғаныбыҙ ауылға йәй һайын ҡайтып йө­рөй башланы. Атайым мәрхүм ул ваҡытта иҫән ине әле. Бабайына эйәреп, Әнүәр һунарға, балыҡҡа йөрөргә, бесән эшләргә әүәҫ булды. Икәүләп ҡапҡан һалырға сығып китә торғайнылар. Үҙебеҙҙең нәҫелгә хас ихласлығы, ябайлығы, эшһө­йәрлеге, ныҡышмаллығы менән күңелде арбаны туғаныбыҙ. Өйләнгәс, ҡәҙерле киленебеҙ Венера, улдары менән гөрләшеп килеп төшөрҙәр ине.

Йырлап ҡайтып төшөр ине!

Әнүәр апа ауылға йырлап ҡайтып тө­шөр ине. Ауыҙ эсенән туҡтауһыҙ ниҙер көйләй, йөҙө гелән ҡояштай балҡый, күҙ­ҙәренән нур сәселә... Тыуған яғынан, ата-бабаһы, туғандары һулаған һауанан ҙур ки­нәнес кисереүе булғандыр был. Ул ҡайтып төшкән көндә үк ҡунаҡҡа саҡы­рышыу башлана. Мәжлес беҙҙә уҙған ваҡытта Әнүәр апа һөйләгән ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға ситтән генә ҡолаҡ һалабыҙ. Ҡалалағы тормош, халыҡ­тың, артис­тарҙың көнкүреше, кино төшөр­гәндәге мажаралы хәлдәр... “Һарығолаҡ”тың бер кадрын яңынан эшләргә кәрәк булғас, йәйме-көҙмө яһалма ҡарҙа эт эҙҙәре яһауҙары хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләгәне айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Әнүәр апа һәр хәл-ваҡиғаны бирелеп китеп, ихлас бәйән итер, туғандары, ауылдаштары уны тын да алмай тыңлар ине. Һис шикһеҙ, ошондай һөйләшеүҙәр йәштәргә тормоштоң асылын аңларға ярҙам итеп, ғилемгә ынтылыш, һәләтен үҫтереү теләген тыуҙырғандыр.
Ысынлап та, ауылдаштарын иғтибарҙан айырманы Әнүәр апа. Клубҡа киноларын килтереп күрһәтер, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар уҙғарыр, мәктәп эшмә­кәр­легенә күҙ һалып торор ине. Аҙаҡ, туҡ­һанынсы йылдарҙа, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарынан ҡалмай ҡатнаша башланы. Тыуған яғы менән бәйле һәр кешене үҙ күрҙе ул. Төрлө һөнәр эйәләре – тракторсы, малсы, һауынсы, игенсе – менән ихлас аралаша торғайны. Өлкәндәрҙең һөйләгәнен айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңлаға­ны хәтерҙә уйылып ҡалған. Ауылдың хәстәр­лекле инәй-бабайҙары йөҙөндә үҙенең әсә-атаһын күрергә теләгәндер, бәлки...
Әнүәр апаның 60 йәше уңайынан ауы­лы­быҙ клубында үткәрелгән ижад кисәһендә: “Һеҙ тыуған яҡҡа ҡайтҡанда ниҙәр кисе­рә­һегеҙ?” – тип һорағайнылар. Юбиляр оҙаҡ уйламаны: “Юғалтыуҙар кисерәм”, – тип кенә яуапланы. Һәр туғанын, яҡташын, танышын, төпкөлдә ятҡан ябай ауылдың ҡәҙимге кешеләре тимәй, шәхес тип күрҙе, донъя тотҡаларының береһе тип һананы бит ул.
“Нисек уҡып йөрөйһөгөҙ?” – тип һорар ине Әнүәр апа килгән һайын. Дәфтәрҙәргә күҙ һала, төшөргән һүрәттәргә баһа бирә... Шул ваҡиға айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған: ҡустым Даян менән Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетел­гәндәр” романын уҡып сыҡтыҡ та трило­гияның икенсе, өсөнсө өлөштәрен эҙләй башланыҡ. Ауылда бер кемдә лә, китапханала ла юҡ. Уйлай торғас, бер фекергә килдек: Әнүәр апаға хат яҙырға кәрәк! Ул үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмаясаҡ, ҡалала, моғайын, китап барҙыр. Хат яҙып ебәрҙек, конверттың эсенә әсәйҙән һорап алынған өс тәңкә аҡсаны ла һалдыҡ. Күп тә тормай, Салауат ҡалаһынан посылка килеп төштө. Эсендә – “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдары, башҡа төрлө китаптар һәм өс тәңкә аҡсабыҙ...
Таң менән тороп, урман гиҙергә, йылға буйын ҡыҙырырға яратты Әнүәр апа. Йыш ҡына Ҡаршытауға күтәрелеп, тирә-йүнгә сикһеҙ һоҡланып та, һағышланып та оҙаҡ ҡарап торор ине. Ауылда ҡойон уйнап уҙһынмы, һыҙырып ямғыр яуһынмы, күк күкрәүҙән ер һелкенеп торһонмо – тәбиғәттең һәр күренешен ихлас ҡабул итте ул. Тирә-яҡ тынысланып, йәйғор сығыу менән бәләкәй ҡустыларым Данияр менән Фиданды эйәртеп, ҡымыҙ фермаһы яғына балыҡҡа китер ине. Ҡулында – өс ҡыуал, ә муйынында, һәр ваҡыттағыса, фотоап­парат...
Эйе, балаларҙы яратты ул. Үҙенең улдары Салауат менән Алмасты ла хәстәрлеккә күмеп йәшәтте. Беҙ шуға аптырай торғайныҡ: бәләкәйҙән ҡалала үҫһәләр ҙә, үҙ-ара күберәк урыҫса аралашһалар ҙа, малайҙары атаһы менән гелән башҡортса ғына һөйләшә ине.

Изге ҡиммәттәрҙе
аңлатырға тырышты


...Әнүәр Нурмөхәмәтовтың 65 йәшенә ҡарата төшөрөлөп, үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс күрһәтелгән телевизион фильмды ваҡыты-ваҡыты менән ҡарап алам. “Тормошта баш­ҡаларҙыҡына оҡшамаған һуҡмаҡ ҡалдырған шәхес”, – ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында. Эйе, бүтәндәр таҡырайтҡан юлдан барыуы еңел, ә уны үҙең һалыуы...
Балалар йортонда тәрбиәләнгән сағында уҡ Әнүәр Нурмөхәмәтов башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарырға әүәҫ була. Бәләкәй генә малай ваҡытындағы сығышының яҙма­һы ла бар. Сәнғәт училищеһында уҡыған осоронда иһә яҡташыбыҙ Йәнғәле Вахитов уға хатта махсус бейеүҙәр һала. “Ут” тип аталғанын егет ҙур концерттарҙа ла башҡара.
Әнүәр Нурмөхәмәтов – республикала тәүгеләрҙән булып Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһын алған режиссер. Юғары баһа Салауат башҡорт драма театрында ҡуйған өс спектакле өсөн бирелә уға. Был мәҙәни усаҡта 15 йыл эшләй Әнүәр Әбү­бәкер улы. Уҡытыусылары Вәли Ғәлимов, Лек Вәлиев, Ғабдулла Ғиләжев, Рафаэль Әйүповтарҙың тәжрибәһенә таянып, һәлә­тен, көсөн йәлләмәйенсә фиҙакәр хеҙмәт иткән режиссер Салауат театрының үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Аҙаҡ Өфөгә күсеп, ике тиҫтә йыл ғүме­рен “Баш­ҡортостан” дәүләт теле­ра­дио­ком­па­нияһына бағышлай Әнүәр Нурмөхәмәтов. Был мөхиткә үҙ темалары, образдары ме­нән килеп ингән ижадсы фондты үҙен­сә­лекле очерктары, репортаждары, нәфис һәм документаль фильмдары менән байыта. Тап ул эшкә килгән осорҙа асылған “Хазина” ижад берекмәһенә режиссер ва­зифаһына йәлеп ителеп, республика райондарында ойошто­ролған тәүге шәжәрә байрамдарын, башҡа төрлө йолаларҙы халыҡҡа теүәл итеп еткереү бурысын юғары кимәлдә атҡара. Ватан, туғанлыҡ, милләт, тел төшөнсә­ләренең ни ҡәҙәр әһәмиәтле, бөйөк икәнлеген тәрән белгән шәхес кешеләргә ошо хәҡиҡәтте аңлатырға тырышҡандыр...
Халҡына Әнүәр Нурмөхәмәтов айырыуса “Һарығолаҡ”, “Миҙал”, “Мине Матросов тип эҙләгеҙ”, “Ҡара генерал”, “Кинйә абыҙ” телевизион фильмдары, республикалағы тәүге “Ай ҡыҙы” исемле телесериал аша таныш. Талантлы режиссер һәр ижад эше аша кешелек өсөн иң ҙур ҡиммәттәрҙең өҫ­төнлөгөн күрһәтергә, күңелдәргә яҡтылыҡ һалырға тырышты кеүек. Үҙе иһә күркәм сифаттары менән замандаштарына өлгө күрһәтеп йәшәне. Етемлектең бар ауыр­лығын күреп үҫергә тура килһә лә, бер ваҡытта ла тормошона зарланманы, баш­ҡаларға асыу һаҡламаны, һыҡтаманы, үҙен йәлләтергә тырышманы ул. Режиссер хаҡындағы фильмда хеҙмәттәштәре, артистар әйтеүенсә, Әнүәр Әбүбәкер улы менән бер командала эшләү үҙе бер кинәнес булған. Йомшаҡ күңелле, шул уҡ ваҡытта талапсан етәксе төркөмдәге һәр кемгә ныҡлы ышанған, актерҙарҙы ҡалыпҡа һалмайынса, барыһына ла ирекле ижад итеү мөмкинлеген биргән.

Һуғыш һалған мәңгелек яра

Уның тыуған көнө 9 май ине. Ижадында ла һуғыш, еңеүгә ынтылыш темалары өҫтөнлөк итте. Балалыҡ хистәрен дәһшәтле йылдар өҙөүе, әсәһенән айырылыуы, атаһының яуҙа баш һалыуы, иң яҡын кешеләренең йөрәк йылыһынан мәхрүм ҡалып, етем­лектә үҫеүе күңеленә мәңгелек яра булып уйылып, һыҙландырыуҙан туҡтамағандыр. Күңеле көр булһа ла, күҙҙәренән һары һағыш ғүмере буйы китмәне бит...
“Мине Матросов тип эҙләгеҙ” тигән хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ. Әҫәрҙең авторы, журналист Рәүеф Насировҡа ошо эште мотлаҡ башҡарыу мөһимлеген еткерә режиссер. Һөҙөмтәлә документаль фильм төшөрөлөп, “зәңгәр экран”да әле лә күрһәтелә. Ләкин, башҡортлоғон иҫбатлауға ҡарамаҫтан, ҡаһарманды һаман да Александр Матросов тип йөрөтөүҙәренә йәне әрней торғайны Әнүәр Әбүбәкер улының.
– Ниҙәндер, кемдәндер ҡурҡып, шәхес­тәребеҙҙе күтәрә белмәйбеҙ, – тигән ул үҙе хаҡында төшөрөлгән телевизион фильмда ла. – Ғөмүмән, күп мөһим ваҡиғалар яңылыҡ рәүешендә генә тороп ҡала. Мәҫә­лән, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушы­лыуының 450 йыллығына фильм тө­шө­­рөлдөмө? Юҡ. Тиҙҙән Ватан һу­ғышының 200 йыллығы етә. Был йәһәттән фильм булырмы, ҡаһарман башҡорт яугирҙәре, Ҡаһым түрә данланып күрһәтелерме? Ә ошондай милли батырҙарыбыҙ, һоҡланғыс шәхестәребеҙ бихисап бит беҙҙең! Ниңә уларҙы күтәрмәйбеҙ? Әлбиттә, телевидениеға фильм төшөрөү өсөн аҡса бүленмәй. Ә бит беҙҙә был эште тормошҡа ашыра алыр талантлылар эшләй: сценаристар, режиссерҙар, рәссамдар, операторҙар... Властың аҡсалата ярҙам итеүе генә шарт.
Халҡыбыҙҙың бихисап тарихи шәхесе тураһында айырым фильмдар төшөрөү хыялы менән яна ине Әнүәр Әбүбәкер улы. 2007 йылда “Кинйә абыҙ”ҙы тамамлағас, намыҫ талабы буйынса 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында әҫәргә тотонғайны. Тик яҡты хыялдарына тормошҡа ашырға яҙманы: яҡты донъянан иртә китеп барҙы ҡанатлы ижадсы...
“Гәзиттә лә, көндәлек эшкә генә сумып ултырмайынса, милләтебеҙҙең данын арт­тыр­ған шәхестәрҙе күтәреп, за­ман­даш­­тарыбыҙға өлгө итеп күрһәтеүгә иғтибар бүлеү мөһим, – ти торғайны Әнүәр Әбү­бәкер улы. – Ҡыҫҡа яңылыҡтарҙың ғүмере лә ҡыҫҡа була ул, ә тәрән өйрәнелеп яҙылғандары халыҡ күңелендә ҡала”.
Үҙе иһә ҡабатланмаҫ сағыу образдар тыуҙырған, эҙләнеүсән, гелән яңылыҡҡа ынтылған тынғыһыҙ ижадсы, ауырлыҡтар һындыра алмаған яҡты күңелле кеше булып ҡалды халҡы күңелендә. Ә хеҙмәте тейешле баһаһын алманы кеүек.

* * *
Талантлы режиссер Әнүәр Нурмө­хә­мә­товтың ижады тураһында хеҙмәттәштәре, заманында бергә эшләргә насип булған фекерҙәштәре, дуҫтары киләсәктә тәрә­нерәк итеп яҙыр, һөйләр, әлбиттә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ҡағыҙға төшөрөлгән әлеге мәҡәләнең маҡсаты иһә шәхестең нәҫел тамырҙарын барлау, йәшәү маҡсатын билдәләү булды. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламаһын, тәпәй баҫҡан бәләкәй һуҡмаҡ, туғандар, ер йылыһы күңелде һис ҡасан яңғыҙ ҡалдырмайҙыр. Бала сағы етемлектә үтеп, өй, туғандар, изге тупраҡ кинәнесен һуңлаңҡырап татыған Әнүәр Әбүбәкер улы ошо бәхетен саң ҡундырмай һаҡланы, яҡындарын, бәләкәй Ватанын хәстәрлектән өҙмәне. Күркәм йортондағы бүлмәһенең түрендә тыуған ауылы Яңы Усмандың бер күренешен сағылдырған һүрәт эленеп торор ине. Ундағы мәғрур ҡарағайҙар, ғорур Ҡаршытау һыны һуғыш ғәрәсәттәрен үтеп, һәр саҡ еңеүгә ынтылып йәшәгән улын мәңгелек донъяға тын ҡалып оҙатты кеүек...


Вернуться назад