Хоҡуғыңды бел13.05.2015
Пенсияның йыйылма өлөшө һаҡлана
Ил Хөкүмәте пенсияның мотлаҡ йыйылма өлөшөн һаҡлап ҡалырға ҡарар итте. Министрҙар Кабинеты ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо турала белдерҙе.
– Ҡарар ҡабул ителде. Йыйылма өлөш һаҡланасаҡ. Эксперттарҙың күпселеге, иң мөһиме, илебеҙ граждандары ошо фекер яҡлы. Беҙ пенсия системаһын үҫтерергә, уны камиллаштырырға, ҡайһы бер алымдарҙы ҡулайлаштырырға тейешбеҙ, — тине Дмитрий Медведев.
Премьер-министр әйтеүенсә, пенсия аҡсаһы иҡтисад өсөн оҙайлы инвестиция сығанағы булырға тейеш. Ул пенсияның йыйылма өлөшөн һөҙөмтәлерәк файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был эшкә беренсе вице-премьер Игорь Шувалов контроллек итәсәк.
Ошо рәүешле бер нисә ай дауамында барған бәхәскә нөктә ҡуйылды, пенсияның мотлаҡ йыйылма өлөшөнөң яҙмышы хәл ителде. Әйткәндәй, Хөкүмәттең социаль блогы был өлөштө бөтөрөү, ә иҡтисади блок һаҡлап ҡалыу яҡлы ине. Ултырышта Дмитрий Медведев йыл аҙағында Рәсәйҙә иҡтисади үҫештең яңы һулыш аласағы хаҡында хәбәр итте.
Р. ИБРАҺИМОВ.
Ярҙамға мохтаж булһаң…
Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы Өфө һәм республика халҡына түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтә.
Ҡануниәткә ярашлы, аҙ тәьмин ителгән граждандарға, I һәм II төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ауыр хәлгә тарыған кешеләргә, инвалид һәм етем балаларға, суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ тип танылғандарға ошондай хеҙмәт күрһәтелә. Бюрола күсемһеҙ мөлкәткә, ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлауға, юридик хоҡуҡты сикләүгә бәйле мәсьәләләр буйынса консультация алырға мөмкин. Ярҙамдың телдән йәки яҙма рәүештә булыуы ихтимал. Шулай уҡ ғаризалар, ялыуҙар, юлламалар төҙөүҙә булышлыҡ күрһәтелә.
Консультацияны түбәндәге адрестар буйынса алырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3; Сибай ҡалаһы, Островский урамы, 30; Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 16; Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83; Мәсәғүт ауылы, Крупская урамы, 1 а. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-29-23.
А. ХӘЛИЛОВ.
Махсус портал ярҙам итер
Башҡортостанда ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау өсөн Интернет селтәрендә махсус портал асыла. Ведомство-ара комиссия ултырышында республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Рөстәм Камалетдинов ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
– Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса бик күп йәмәғәт ойошмалары, федераль һәм төбәк структуралары бар. Кеше йыш ҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, тейешле мәғлүмәтте нисек алырға белмәй, юғалып ҡала. Сауҙа буйынса дәүләт комитеты берҙәм портал асырға тәҡдим итә. Ул мөрәжәғәт иткән кешене квалификациялы ярҙамға эйә булыу өсөн тейешле ойошмаға ебәрәсәк, — тине ул. Дәүләт комитеты етәксеһе шулай уҡ хоҡуҡтарҙы яҡлау йәһәтенән халыҡтың белемен камиллаштырыу зарурлығын билдәләне.
Ғ. ХӘБИРОВ.