63 ғаилә фатир алды15.02.2012
Күмертауҙа авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 63 ғаилә ике яңы йорттан фатир асҡыстары алды, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан. Ҡалала Фонд аҡсаһын йәлеп итеп, адреслы төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙа тәүге тапҡыр өй туйланылар.
Совет урамында — биш, М. Горький урамында өс йорт хужаларын ҡаршыланы. Ғаиләләр ҡаланың иң яҡшы биҫтәләренең береһендәге заманса фатирҙарҙа йәшәйәсәк.
Ғафури урамындағы биш ҡатлы ике йорт туғыҙ ай эсендә һалынды. Программаны тормошҡа ашырыуға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау фондынан — 59,4 миллион һәм республика, шулай уҡ муниципаль бюджеттарҙан 16,3-әр миллион һум аҡса бүленде.
Быйыл халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Күмертауҙа тағы ла 40 ғаиләгә яңы фатир биреү күҙаллана.
Ғ. НӘБИЕВА.


Вернуться назад