Ҡыҫҡаса...13.05.2015
Германиялағы Лейпциг ҡалаһының Көнбайыш зыяратында Бөйөк Ватан һуғышында, концлагерҙарҙа һәләк булған ҡорбандар иҫтәлегенә сәскәләр һалынды.
***
Тиҙҙән Мәскәүҙә ҡояш батареялары ярҙамында экороботтар эшләй башлая­саҡ. Улар Мәскәү тирәһендә һауаның бысраныуы, шулай уҡ тауыш кимәле хаҡында мәғлүмәт туплаясаҡ.
***
Өфөгә донъя буйлап сәйәхәт итеүсе 59 йәшлек Сергей Лукьянов килде. Ул Ер шарын ике йылда йәйәү урап сығырға уйлай. Бының өсөн уға көнөнә 50 – 60 километр ер үтергә кәрәк. Ир юлын 1 ап­релдә Санкт-Петербургтан башлаған.
***
Башҡортостан эҙәрмәндәре Белорус­сия­ның Витебск өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған өс яугирҙең һө­йәген тапҡан. Улар – Әбйәлил районының Баҡыр Үҙәк ауылынан Илья Казаков, Таштимерҙән Нурмөхәмәт Алтынғужин, Белорет ҡалаһынан Иван Копиев.
***
Барлығы 75 мең самаһы кешене төп башына ултыртҡан “Древпром”дың Башҡортостандағы финанс компанияһы банкрот тип иғлан ителгән. Уның 609 кредитор алдындағы бурысы 163 миллион һум самаһы иҫәпләнә.


Вернуться назад