Атай көнө лә кәрәк13.05.2015
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында закон сығарыу һәм башҡарма власть, йәмәғәтселек вәкилдәре өр-яңы дөйөм Рәсәй байрамын — Атай көнөн булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Дәүләт Думаһы депутаттарының Рәсәйҙә ғаилә институтын нығытыуҙа атайҙың әһәмиәтен таныуға бәйле дата булдырыу тураһындағы башланғысы әле төбәктәрҙә йәмәғәт тыңлауҙарын үтә. Атай көнөн июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә – донъяның күп кенә илдәрендә ғаилә башлығын тәбрикләгән көндә йәки ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә – Рәсәйҙәге Әсә көнөндә йә иһә октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә – хәрби-тарихи даталар, Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнгәндә байрам итеү тәҡдиме индерелде.
Әле республикала 39 муниципалитетта Атайҙар советы ойошторолған. Өсөнсө йыл рәттән төбәк атайҙар байрамы уҙғарыла. Дәүләт кимәлендә Атай көнөн булдырыу йәмғиәтебеҙҙә ғаилә институтын нығытыуға, көслө заттың статусын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.