Өҫтәмә мөмкинлектәр барлана13.05.2015
ШОС ағзаһы булған дәүләттәрҙәге транспорт министрҙарының Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыласаҡ кәңәшмәһендә ойошмаға ингән илдәрҙең дөйөм транспорт системаһын төҙөү мәсьәләһе тикшереләсәк. Сара Өфөлә
14-15 майҙа уҙғарыла.
Өфөгә министрҙар етәкселегендәге 17 милли делегация, ШОС күҙәтеүселәре һәм партнерҙары, халыҡ-ара ойошмаларҙың, дәүләт-ара интеграция берекмәләренең төбәк етәкселәре килеүе көтөлә. Сарала автомобиль, тимер юл, авиация транспорты буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү, яңы транспорт инфраструктураһын сафҡа индереү, өр-яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәренең автомобиль юлдарын үҫтереү программаһы проектын әҙерләүгә ҡағылышлы фекер алышыу күҙаллана.