Эльбрустан сәләм килде!13.05.2015
Баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркында ШОС һәм БРИКС саммиттарының рәсми символикаһы сағылған флагты тапшырыу тантанаһы уҙғарылды. Сараға Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов, Өфө мэры Ирек Ялалов, баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин, шулай уҡ ошо флаг менән Эльбрус түбәһенә менеп төшкән альпинистар килгәйне.

7 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү­ҙең 70 йыллығына арналған “Red Fox Elbrus Race-2015” халыҡ-ара экстремаль ҡыш­ҡы спорт төрҙәре фестивалендә ҡат­наш­ҡан бер төркөм альпинист менән бер­лек­тә әүҙем өфөләр Эльбрусҡа менеп, тиҙ­ҙән баш ҡала­быҙ­ҙа үтәсәк Шанхай хеҙ­мәттәшлек ойош­ма­һы илдәре һәм БРИКС төркөмө сам­мит­тарын сағылдырған әләмде күтәрҙе.
Сараларҙың ойоштороу комитеттары тарафынан ике флаг әҙерләнгән һәм раҫланған. Уларҙың биҙәлешендә милли башҡорт орнаменты файҙаланылған, төҫтәре республи­ка­быҙ флагы менән ауаздаш. Өфө аль­пи­нис­тары башланғысы буйынса бер флаг Эльбрус тауында – 5 642 метр бейек­лектә ҡалдырылған. Икенсеһе Пятигорск, Элиста, Волгоград, Һарытау, Һамар аша үтеп, Өфөгә килтерелгән. Ул баш ҡала музейында һаҡланасаҡ.




Вернуться назад