Бәлә — аяҡ аҫтында12.05.2015
9 майҙан 10-ына ҡарай төндә Өфөнөң Йәштәр бульварындағы дөйөм ятаҡтың беренсе ҡатында ҙур янғын сыға. Яҡынса мәғлүмәткә ҡарағанда, 25 бүлмәнең ишеге яна.

Фажиғәлә ике йәшлек ейәнсәре менән “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире Альмира Кәримова һәләк була, ҡыҙы ауыр хәлдә дауахананың реанимация бүлегенә эләгә.
Ҡазаның сәбәбен берәүҙәр — тәмәке төпсөгөнән, икенселәр электр сымын­дағы етешһеҙлектән күрә. Әле хәл-шарттар асыҡлана. Күршеләр әй­те­үенсә, беренсе ҡатта йәшә­гәндәрҙең күбеһе коридорҙағы төтөн арҡаһында бинанан үҙаллы сыға алмаған. Күптәр тәҙрәнән һикергән.








Вернуться назад