Изгелеккә әйҙәй Аҡҡош тауы12.05.2015
Изгелеккә әйҙәй Аҡҡош тауы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында зенитсы булған Зәғифә инәй Ѓайсина (Ғәзизова) – Әлшәй районының Ҡармыш ауыл Советынан фронтҡа киткәндәрҙән имен-һау ҡалған берҙән-бер кеше. Туҡһан йәшлек ошо нескә генә ҡатынға ҡарайһың да, уның рух ныҡлығына, ҡылған батырлыҡтарына таң ҡалаһың. Оло булыуына ҡарамаҫтан, Зәғифә инәйҙең хәтере яҡшы, әммә ул яу йылдары хаҡында тыныс ҡына һөйләй алмай. Инәй менән беҙ Әлшәй районының Сурай ауылында асылған һәйкәл тантанаһында таныштыҡ.

Бөгөн Сурай ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй. Бында төп дөйөм белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм башҡа социаль биналар бар. Шуныһы үҙенсәлекле: ауылда халыҡ бик әүҙем һәм берҙәм, улар төҙөкләндереү эше менән даими шөғөлләнә. Дүрт йыл элек мәсет һалһалар, хәҙер килеп 9 Майҙа һәйкәл асалар.
Уй-ниәттәрен бойомға ашы­рыуҙа ярҙам һорап сурайҙар ауылдаштары Миңзәлә Фазлетдиноваға мөрәжәғәт итә. Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы менән уның ире Љадурий Әбдрәхим улы Фазлетдиновтар матди сығымдарҙы ихлас күңелдән үҙ өҫтөнә ала. Шулай итеп, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тантана ит­кәндә Сурай ауылына ҡарап торған Аҡҡош тауы итәгендә – милләтебеҙ­ҙең күрке булған инәйҙәр, өләсәйҙәр һәм әсәйҙәргә арнап төҙөлгән “Ағинәй” мәсете һәм мәктәп эргә­һендә һәйкәл асылды.
Изгелеккә әйҙәй Аҡҡош тауыБыл көндө, әйтерһең дә, Тәбиғәт-Єсә үҙе Тыуған илен азат итәм тип һәләк бул­ған­дарҙы, Бөйөк Еңеүҙе яҡы­най­тыу өсөн бар көсөн йәл­ләмәгән тыл хеҙмәтсәндә­рен хәтергә алып һыҡтаны: ямғыр туҡтау­һыҙ яуҙы. Сара мәктәп уҡыу­сыларының Бөйөк Ватан һу­ғы­шында ҡатнашҡан олатай-бабаларының фотоһүрәт­тә­рен күтәреп, яу йылдарының дан­лы йырҙарын башҡарып, ауыл урамдары буйлап атлауынан башланды. Ћуғыш ветераны Зәғифә Ѓайсина­ның Бер­линға тиклемге яу йылдары тура­һында һөйләгәндәрен тын ал­май тиерлек тыңланы сурайҙар.
Изгелеккә әйҙәй Аҡҡош тауыОшо уҡ көндө “Ағинәй” мәсетендә Жәүит мулла Бөйөк Ватан һуғы­шын­да һәм унан ҡайтып һәләк булған­дарҙың, тылда Тыуған иле өсөн йәнен-тә­нен аямай эшләп, яҡты донъя менән хушлашҡандар­ҙың рухына Љөрьән уҡып, доға ҡылды.
– Бөгөн илебеҙҙең, респуб­лика­быҙ­ҙың баш ҡалаларында – ҙур байрам. Беҙҙең бәләкәй генә Сурай ауылында ла изге сараға шаһитбыҙ, – тине ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. – Ауылға ҙур изгелек күрһәт­кән­дәргә рәхмәт белдерге килә. Ошо изгелек­тәре үҙҙәренә бәрәкәт булып ҡайтһын. Ауыл йәшәһен, үҫһен.
Љармыш ауыл Советы хаки­миәте башлығы Дауыт Шәкү­ров һәйкәлде асыр алдынан архивтар аша яугир­ҙәрҙең исем-шәрифтәрен асыҡ­лау­ҙары, улар ара­һында һәр кем­дең тиерлек туғаны барлығы хаҡында һөйләне. Шуныһы үҙенсә­лекле: мәр­мәр ташҡа Сурай ауылының ғына түгел, үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында бөтөрөлгән Яйыҡҫыбы, Туҡтар һәм Аҡкүл ауылдары батыр­ҙарының да исеме уйып яҙылған.
– Бөйөк Еңеү көнө алыҫ­лашһа ла, илебеҙ өсөн яуҙа үҙен йәлләмәгән яугирҙәрҙе йәш быуын вәкилдәре белеп үҫергә һәм онотмаҫҡа тейеш. Ошо йәһәттән был һәйкәл бик кәрәк, – тине Дауыт Урал улы.
Сарала Єлшәй районы хаки­миәте башлығының төҙөлөш буйынса урын­баҫары Наил Хәйретдинов та ҡат­нашты. Ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән Гүзәл Ћәүбәнова, Гөлсимә Ризуанова һәм башҡалар үҙҙә­ренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын­дары хаҡында һөйләне.
– Арабыҙҙа батырҙарҙың исемен мәңгеләш­терергә, тарихта ҡалды­рыр­ға тырышыу­сы­ларҙың күплеге бик һө­йө­нөслө. Ошо йәһәттән Миң­зәлә менән Љадурий Фазлетдиновтар ғаилә­һенә ҙур рәхмәт әйтке килә, – тине Өфө ҡала­һындағы “Семигорье” йәмғиә­тенән килгән Алла Денисова.
Єйткәндәй, Миңзәлә менән Љаду­рий Фазлетдиновтар үрҙә телгә алынған “Ағинәй” мәсе­тен төҙөгәндә башынан аҙа­ғына тиклем ярҙам итеп йө­рөгәйне. Бынан тыш, улар­ҙың ҡылған изгелектәре бай­таҡ. Улар Сурай ауылындағы Аҡҡош тауы итәгендә һалған һәйкәлгә лә халыҡ килер, тарихына байҡау яһар, батырҙарын хәтерләр һәм киләсәктә тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәү өсөн фәһем алыр, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад