Дарыу үҙ мәлендә ҡәҙерле15.02.2012
Башҡортостанда 383 мең самаһы кеше льготалы дарыуҙарҙан файҙалана, йәшәү өсөн мөһим препараттарға мохтаждар ҙа байтаҡ. Уларҙы тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын өсөн меңдәрсә хеҙмәткәрҙән торған ҙур система тырышлыҡ һала. Шул сылбырҙың бәләкәй генә бер өлөшөндә тотҡарлыҡ була ҡалһа ла, был туранан-тура ауырыуҙарҙың хәлендә сағылыш табасаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башланыу менән республикала ҡайһы бер дарыуҙарҙы табыу ҡатмарлашҡан. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың блогына ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Өфөнән Гөлназ Әйүпова – 2 йәш тә 10 айлыҡ улына, Рушана Әхмәтйәнова – үҙенә, Салауат ҡалаһынан Татьяна Захарова иренә кисекмәҫтән талап ителгән дарыуҙарҙың юҡлығына зарланған.
– Дөйөм алғанда, халыҡты дарыу менән тәьмин итеү эшенә ҡарата ҡырын һүҙ әйтеп булмай. Шулай ҙа мәсьәлә кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә ҡағылған саҡта һәр дәғүә ныҡлы уйланырға мәжбүр итә. Системаның эшен тотҡарлаусыларға ҡарата ҡаты сара күреләсәк. Киләсәктә дарыу мәсьәләһенең йәмәғәтселектә шау-шыу тыуҙырыуына юл ҡуйылмаясаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ихтыяжы өсөн һатып алыуҙар буйынса дәүләт комитетында халыҡтың айырым төркөмөнә дарыу һәм медицина әйберҙәре алыу йәһәтенән аукциондар тамамлана. Февраль аҙағынаса препараттар дарыуханаларға барып етәсәк, тиҙәр.
Дарыуҙарҙың хаҡын көйләү мәсьәләһе лә айырым иғтибар талап итә.
– Йәшәү өсөн мөһим препараттарға хаҡтарҙың һуңғы ике йылда артҡаны юҡ. Ғөмүмән, дарыуҙарҙың арзанлығы буйынса төбәгебеҙ илдә 20-се урында, – тине Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы территориаль органы етәксеһе Салауат Дауытов.
Былтыр идаралыҡ дарыу мәсьәләһенә ҡағылышлы 136 ялыу ҡабул иткән (2010 йылдағыға ҡарағанда 68-гә аҙыраҡ). Быйыл 10 кеше дарыу менән тәьмин итеү өлкәһенә дәғүә белдерергә өлгөргән.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад