Сират Иванға ла етә. Юҡ-юҡ, ун һигеҙе тулмаған әле, тағы һигеҙ ай туғандары ҡырында тораһы, уларҙы ҡарайһы бар. Атаһы ла һуғышҡа киткәндә: “Һин – иң ҙуры, туғандарыңды тәрбиәләп үҫтер, уҡыт”, — тине бит. Ә Евдоким Захарович үҙе 42-лә үк хеҙмәт армияһына алынғайны, бомба аҫтында ҡалыпмы, ауырып китепме, һәләк булып ҡуйҙы. Моғайын, оҙатҡан саҡта “бына-бына һуғыш бөтөр, һин үҫеп өлгөрмәҫһең” тип уйлағандыр. Беҙҙең ил сиктәрен уҙһа ла, ике йыл үткәс тә туптар шартлауы тынмаған әле, “ҡара ҡағыҙ”ҙар ҙа килеп тора. Бына сират Евдокимдың өлкән улына етте. Дөрөҫөрәге, сиратһыҙ етте.Силсәүит рәйесе ун етеһен дүрт ай элек кенә тултырған үҫмерҙе саҡыртып алды ла: “Атайыңдың паегына ғына йәшәп ятмағыҙ. Мин нәҫел тейешле апайығыҙға туғандарыңды тапшырам да һине фронтҡа ебәрәм. Ике паек алырҙар, исмаһам. Былай бөтөнләй ас тораһығыҙ бит”, — тине.
Шулай шул, ти Иван эстән генә. Ул ауылдан иң һуңғыһы булып фронтҡа китә. Белмәйем, етем балалар йәл булғандырмы силсәүит рәйесенә, әллә “өҫтән” ҡушҡас, һуғышҡа ебәрергә башҡа кеше булмағандырмы Семен-Петровскийҙа, ләкин йәше лә етмәгән егетте хәрби комиссариатҡа оҙаталар.
Етем тигәндән, Иванға — иң өлкән балаға — һигеҙ генә йәш була әсәһе үлгәндә. Ҡустыһы ике йәшкә кесерәк. Ҡатынһыҙ бер аҙ йәшәгәс, Евдоким йәш кәләш ала. Ләкин уныһы ла... сабыйын тапҡанда фани донъя менән мәңгегә хушлаша. Шулай итеп, ир күкрәк ҡыҙ балаһы, ике бәләкәй малайы менән яңғыҙы тороп ҡала. Һуғыш сығып, үҙе алынғанда Иванға 15 кенә йәш була, ә бәләкәй ҡыҙына — ете. Балалар яңғыҙы ғына донъя көтә башлай. Иван, күпме генә тырышмаһын, “таяҡ”ҡа ғына эшләп әллә ни ҡыра алмай. Аталарының “паегы” ла етмәй.
– Һуғышта оҙаҡ йөрөй алманым, – тип көрһөнөп ҡуя хәҙер ветеран. — Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡында ғына снаряд шартлап, терһәктән ҡулды өҙҙө. Госпиталдә наркоз юҡ, ауыҙға спирт һалдылар ҙа, таяҡ тешләтеп, киҫтеләр...
Ҡайтҡанда Лукьяновтың саҡ ун һигеҙе тула. Яҙмыш шулай бит, әйтерһең, пуля, йәҙрә ямғыры аҫтына, тимер иреп аҡҡан ҡыҙыу афәт эсенә ҡулын ҡалдырыр өсөн генә барған үҫмер. Ә бит күптәр мәңгелеккә лә ятып ҡала. Миллион-миллион ҡорбандар бирелә. Һаман осона сыға алмайҙар. Хәйер, эш һандамы ни, һәр әҙәм балаһы йәшәр өсөн тыуа был донъяға. Ошо мәхшәрҙә һин бер сәғәт булдыңмы, көнмө, ай, йылмы — уныһы мөһим түгел. Ғүмереңде һаҡлаған икән Хоҙай, һин башын һалғандар өсөн дә йәшәргә тейешһең.
Йәшәү мәғәнәһен ғаиләһендә күрә Иван: һөйгән ҡыҙына өйләнә, балалар үҫтерә, атаһы васыятына тоғро ҡалып, туғандарын уҡыта, бар булмышы менән эшкә сума...
Тик ҡартаймалы көнөндә – тағы алыш, быныһы инде көн дә түҙемлек талап иткән йән-тән алышы булыр тип башына ла килтермәй. Бынан бер нисә йыл элек аяуһыҙ “ҡара гангрена” тигән ауырыу уның аяғын киҫтертә. Ун ете йәштәгесә, ҡулын киҫтерткәндәгесә. Тик шарттар башҡа, йәш бүтән. Бөгөн уның үҙен ҡыҙы Нина, ейәне Сергей Дремов менән килене Марина Дараган тәрбиәләй. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй ҡарт яугир. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап уҙғарылған фестивалгә лә килде. Йәш быуынға, йыйылыусы ауыл халҡына һүҙен әйтте.
– Мин ауылда иң йәше инем. Һуңғыһы – 104-се – булып һуғышҡа киттем. Шуларҙың 75-е кире әйләнеп ҡайтманы... Бөгөн бер үҙем ҡалдым. Васыятым шул – тыныслыҡты һаҡлағыҙ. Заман ауыр тимәгеҙ, эшләгеҙ, үҙегеҙ өсөн тырышығыҙ. Бөгөнгөләй мөмкинлектәрҙең булғаны юҡ. Барыһына ла шөкөр. Һуғыш ҡына булмаһын...
Ветерандың күкрәгенә Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы булдырылған юбилей миҙалын таҡҡас, ҡарт фронтовиктың күҙҙәренә йәш эркелде. Әллә ошо көндәрҙе күреү шатлығынан, әллә инде тәүҙә аранан киткән 75, һуңынан яйлап бәхилләшкән ҡалған ауылдаш-яугирҙәрҙе иҫләүе ине был йәштәр...