Аманаттарына тоғро булырмын09.05.2015
Фильмдар ҡарап, өлкәндәрҙең хәтирәләрен тыңлап, Бөйөк Ватан һуғышының ни ҡәҙәр ҡурҡыныс булғанын яҡшы беләм. Яуҙа беҙҙең ғаиләнән олатайҙарым Хисмәт Ғәбиҙуллин, Мөбәрәк Кәримов, Мәрүән Сафуанов ҡатнашҡан.
Хисмәт Ғәбиҙулла улы – Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан. Һуғышҡа 1941 йылдың авгусында алына ул. Волхов фронтында алышҡанда ауыр яраланып, фашистарға әсир төшөп, концлагерға эләгә. Бер аҙҙан олатайымды Францияға шахта эшенә ебәрәләр. 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә өлгәшә ул. Һуғышта алған яраларынан яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алмай.
Мөбәрәк олатай Кәримов та Учалы райо­нының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1942 йылда фронтҡа китеп, Сталинград ҡалаһы янындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан. Ошонда һәләк булған ҡәҙерле олатайым.
Мәрүән Сафуан улы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында алышҡан. Батырлығы өсөн бер нисә миҙалға лайыҡ булып, һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтҡан.
Олатайҙарым менән ғорурланып йәшәйем. Уларҙың аманатына тоғро ҡалып, тырышып уҡыйым, спорт менән шөғөлләнәм.

Рәшит ҒӘБИҘУЛЛИН,
124-се мәктәп уҡыусыһы.



Вернуться назад