Курск дуғаһынан – Польшағаса09.05.2015
Олатайымдың исеме – Әбдрәхим. Ул Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылында тыуып үҫкән.Әле лә шунда йәшәй. “Ирмен тигән кеше тыуған ерен ташлап китмәҫ! “ – ти ул.
Яҡыныма 91 йәш тулды. Шат күңелле, ифрат теремек кеше ул. Мин дә, һеңлем Алһыу ҙа, башҡа туғандарыбыҙ ҙа олатайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ. Күмәк булһаҡ та, ҡәҙерлебеҙ беҙҙе бутамай, һәр беребеҙҙе һағынып көтөп ала.
Әбдрәхим олатай – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ырымбур өлкәһендәге Тоцк хәрби лагерында артиллеристар курсын тамамлағас, Курск дуғаһындағы иң ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан. Еңеүҙе иһә Польшала ҡаршылаған. Ҡәҙерле кешем һуғыштан бер аяҡһыҙ әйләнеп ҡайтҡан.
Ҡаһармандың түше тулы орден-миҙал. Барыһын да тағырға пинжәгендә урын да етмәй хатта. Олатайым менән ихлас күңелдән ғорурланам. Уның кеүек Ватанды һаҡлай алырҙай көслө, ҡыйыу булып үҫәсәкмен. Яу батырының ейәне булараҡ, донъяла һәр кемдең тыныс йәшәүен теләйем.

Рамаҙан ҺАТЫБАЛОВ,
4-се мәктәп уҡыусыһы.



Вернуться назад