“Тормош ҡәҙерен белегеҙ!”09.05.2015
Иртүк тороп, өләсәйем
Самауырын ҡайнатты,
Хәйерле иртәләр теләп,
Олатайҙы уятты.
“Байрам менән, бабай!” – тиеп
Сикәһенән “әп” итте,
Олатайым шатлығынан
Дәртләнеп бейеп китте!
Түргә эленгән костюмын
Һыйпап, яратып алды.
Күкрәгенә элеп ҡуйҙы
Сың-сың иткән миҙалды.
“Былай бик ҡупшы кейенеп,
Ҡайҙа бараң, олатай?”
“Улым, бөгөн оло байрам –
Еңеү – 9 Май!
Һеҙ ҡайғыһыҙ үҫһен өсөн
Тыныслыҡ яулап алдыҡ.
70 йыл да үтеп китте,
Хәҙер беҙ бик аҙ ҡалдыҡ.
Тормош ҡәҙерен белегеҙ,
Тыуған илде һаҡлағыҙ!
Хәүеф-хәтәр килә ҡалһа,
Ҡасып-боҫоп ятмағыҙ!”
Үҫкәс, мин дә һалдат булып,
Армияға барырмын.
Олатай аманатына
Һәр саҡ тоғро ҡалырмын!