“Ҡыҙыл атлылар” Еңеүгә ышанысты арттырған09.05.2015
– Улым, уян әле. Иртә торһаң, уңырһың, кискә ҡалһаң, туңырһың, тип юҡҡа әйтмә­гәндәр бит. Бөгөн олатайың менән өләсәйеңә ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ, – тип әсәйем йомшаҡ ҡул­да­ры менән иркәләп уятты. Тыш яҡтырған, ҡояш йылы нурҙарын һибә башлаған. Ниндәй бәхет иртә уяныу!

Атайымдың тыуған ауылы Шаҙыға юлландыҡ. Унда йәшәгән ҡәҙерлеләремде һағынып та өлгөргәйнем. Гөлүзә өләсәйем тәмле ҡоймағын, ҡаймаҡ-ҡатығын өҫтәлгә ҡуйғандыр инде. Бергәләп сәй эсербеҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ.
Ауылыбыҙға ҡайтыр өсөн бормалы юлдар үтергә, күперҙәр аша сығырға тура килә. Тәбиғәт бында ифрат матур. Олатайымдың яңылыҡтары ла күбәйгәндер, йә берәй ҡыҙыҡлы хикәйәт һөйләргә әҙерләнгәндер. Күпте күргән һәм кисергән кеше бит ул. Гармун тауышы ла тынмай изге йортта. Олатайым уйнай башлаһа, өләсәйем йыр һуҙып ебәрә. Бер-береһенә йылмайып ҡарап ҡуялар.
...Ҡайтып етеп, сәй эсергә ултырғас, Радик олатайым һүҙ башланы:
– Улым, бөгөн музейға барабыҙ.
– Беҙҙең ауылда бармы ни? Кем асҡан? Унда нимә бар? – Бер-бер артлы һорау яуҙыра башланым.
– Сабырлыҡтың төбө – һары алтын. Барғас, күрерһең.
Музейҙа беҙҙе Әнисә апай йылмайып ҡаршы алды. Эскә ингәс, ул башҡорт өйөнөң төҙөлөшө, Оло Шаҙы ауылының тарихы, билдәле кешеләре тураһында һөйләне. Ҡыҙыҡһынып тыңланым, күп нәмә белдем. Унан апай бер урынға алып килде лә:
– Ә быныһы – беҙҙә тыуып үҫкән Али Карнайға арналған мөйөш, – тине.
– Уның тураһында ишеткәнем бар, – тинем. – Мәктәптә бер нисә кисә булғайны. Хикәйәләрен дә уҡыныҡ.
– Һай, афарин! Ә беҙҙә ауыл мәктәбе, бер урам уның исемен йөрөтә. Али Карнай Оло Шаҙыла тыуған, ошонда уҡыған. Артабан белем алыуын Бөрө ҡалаһында дауам иткән. Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан ул. Фронтта “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең мөхәррире булған, рухлы яҙмалар аша яугирҙәрҙең еңеүгә ышанысын арттырған. Һинең кеүек аҡыллы малай һәм ҡыҙҙар өсөн дә ижад иткән Али Карнай.
Фотоһүрәттәргә, йыйылған әйберҙәргә һүҙһеҙ ҡарап торҙом. Музейҙан сағыу тәьҫораттар менән сыҡтыҡ. Әнисә апайға ҙур рәхмәт әйттек. Бөрөгә ҡайтҡас, бөйөк ауылдашым тураһында иптәштәремә лә һөйләрмен. Улар ҙа белһен, ғорурланһын.
Тырышып уҡып, тормошта үҙ урынымды табырға теләйем. Милләтебеҙҙең киләсәге – уңған, белемгә ынтылған балалар, ти бит атайым менән олатайым. Тыуған илемә файҙалы кеше булырмын.
Радмир ЯҠУПОВ,
1-се мәктәп уҡыусыһы.





Вернуться назад