Бар Мостайы башҡорттоң09.05.2015
Бөйөк шағир исемен алған
Бар Мостайы башҡорттоң.
Барлыҡ халыҡ хөрмәт итә
“Шиғриәттең бал ҡорто”н.

Туған халҡы өсөн янып,
Йәшәгән, ти, ул һәр саҡ.
Башҡорт даны бар донъяға
Таралыр, тигән, бер саҡ.

Мостай бабай – оло шағир
Яҡты йондоҙҙай балҡый.
Хеҙмәткә күрә хөрмәте –
Онотмаҫ уны халҡы.
Гөлназ ВАХИТОВА.

Илен һаҡлап

Бөйөк Ватан һуғышында
Йәш-ҡан йылғалай аҡҡан.
Илен һаҡлап, ҡаһармандар
Йән аямай һуғышҡан.

Физәлиә ҠОТЛӘХМӘТОВА.


Күкрәген миҙал биҙәй

Ҡартатайым Рәфҡәт Кашапов 16 йәшендә һуғышҡа китә. Фронтҡа барыу маҡсатында йәшен ике йылға өлкәнәйтеп яҙҙырта ул.

Ҡәҙерлем Украина фронты сос­тавында Сталинград өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша. Яуҙа ҡаты яралана.
Фотоһүрәттә күренеүенсә, ҡарт­атайымдың күкрәген миҙал биҙәп тора. Ҡаһарман яҡыным менән сикһеҙ ғорурланам.

Малик ТИМЕРБАЕВ.


Беҙ имен йәшәһен өсөн

Бөйөк Ватан һуғышында дүрт олатайым ҡатнашҡан. Барыһы ла фронттан имен-һау әйләнеп ҡайтҡан.

Яҡындарымдың береһе – Нәиб Борхан улы Сабир­йәнов – яуҙа бер аяғын юғалтҡан. Олатайымдың көндәлеге әле лә һаҡлана. Унда шундай һүҙҙәр бар: “9 май, 1945 йыл. Шаршамбы. Төнгө сәғәт 2-лә радио аша хәбәр килде. Герма­нияның командо­ваниеһы еңелеүен таныған! Бөгөн – Советтар илен­дә шатлыҡлы байрам!”
Ата-бабабыҙ беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн күп көс, ҡан түккән. Был хаҡта һис ҡасан оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Алина АЛЛАЯРОВА.





Вернуться назад