Бөйөк Еңеү алдынан республикабыҙҙың һәр ауыл-ҡалаһында күркәм саралар уҙҙы,
ветерандар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Йәш өфөләр ҙә байрамды рухланып ҡаршыланы.Киров районындағы 40-сы балалар баҡсаһында “Һуғыш теләмәй малайҙар!” исемле театрлаштырылған тамаша булды. Кескәйҙәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә уға ихлас әҙерләнде, ата-әсә лә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышты.
Театрлаштырылған тамаша сәңгелдәктә бәүелгән балаға фәрештәләрҙең бәхет теләү күренешенән башланды. Унан сәхнәлә һуғыш башланған мәл сағылдырылды, ир-ат фронтҡа оҙатылды. Артабан – яу яланы, окоптағы хәлдәр, “ҡара ҡағыҙ” алыу, әсәләрҙең күҙ йәштәре, Еңеү тантанаһы... Шул йылдарҙағы һәр кисереште тамашасыға оҫта еткерҙе йәш быуын вәкилдәре. “Һалдаттар”, “Салауат тоҡомо”, “Еңеү көнө” йырҙарын, “Ҡаҙ ҡанаты” һәм башҡа бейеүҙәрҙе ғәжәп матур, йылы башҡарҙы улар. Окопта саҡта “һалдаттар” башҡортса таҡмаҡ әйтеп, гармунға бейеп тә алды.
Театрлаштырылған тамаша сәңгелдәктәге сабыйын бәүеткән әсәнең “Мин улымды һуғыш өсөн тыуҙырманым!” тигән һүҙҙәре менән тамамланды.