“Икмәк тәмен һуғыш бөткәс кенә белдек”09.05.2015
Үҙәк телевидение каналдарында һәм төрлө баҫмаларҙа Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған фильмдар күрһәтелә, яҙыла. Әммә тыл һалдаттарына — олатайҙарыбыҙға, өләсәйҙәребеҙгә, әсәйҙәребеҙгә арналғандары аҙ.
Беҙҙең ауылда һуғыш алдынан 92 шәхси хужалыҡ иҫәпләнгән, шунан 124 ир-егет яуға киткән. Эшкә яраған йәш үҫмерҙәр, олатайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ хеҙмәт армияһына юлланған. Улар, Свердловск өлкәһе һаҙлыҡтарында торф киҫеп, яғыулыҡ әҙерләнеләр, Урал аръяғындағы ҡорал заводтарында эшләнеләр. Өйҙә ҡалған бабайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ 10-15 йәшлек балалары менән ир-ат башҡара торған эште үҙ өҫтөнә алды. Һөрөү, сәсеү, утау, урыу, һуҡтырыу, елгәреү – барыһы ла ҡул, ат көсө менән башҡарылды. Бөгөн ул эш ҡоралдарын музейҙарҙа ла осратмаҫһың. Емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерҙеләр. Ҡошсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнделәр, уңыш хаҡында алдан хәстәрлек күреп, баҫыуҙарҙа ҡар тоттолар.
Колхоз алдына дәүләт ҡуйған йөкләмәләрҙе үтәгәндән һәм яңы йылға сәсеүгә келәткә иген һалынғандан һуң, ҡалғанын колхозсыларға эш көнө иҫәбенән бүлеп бирҙеләр. Күрәһең, ул йылды ҡоролоҡ булғандыр, әсәйем бирелгән ҡапсыҡ төбөндәге игенде алып ҡайтып өҫтәлгә ҡуйҙы ла: “Бына, балалар, ошоноң менән яңы уңышҡа ҡәҙәр йәшәргә тейешбеҙ”, — тине. Ыумас ыуҙыҡ, бешергәнебеҙ бәрәңге булды. Яҙға сыҡҡас, төрлө үлән ашаныҡ. Ҙур байрам көндәрендә генә ҡул тирмәнендә ярҙырылған бойҙай ярмаһынан бутҡа, ҡоймаҡ бешерҙеләр. “Икмәк” һүҙен ишетһәк тә, тәмен һуғыш бөтөп күп йылдар үткәс кенә татыныҡ.
Мәктәптән асығып ҡайтып, ҡара арыш икмәген һындырып алып, һалҡын һыу менән ашаһаң, унан да тәмле аш юҡ кеүек ине. Колхоз етәкселәре һәм район үҙәгенән килгән тикшереүселәр йыш ҡына иген һуҡҡан, ырҙын табаҡтарында эшләгән колхозсыларҙы ҡаршы алып, уларҙың төшкө аш-һыу алып барған һауыттарын, кеҫәләрен тикшерә ине. Игендәрҙе баҫыуҙан йыйып алғандан һуң да башаҡ йыйырға рөхсәт ителмәне. Колхозсының кеҫәһендә 200-300 грамм иген тапһалар, ҙур енәйәт итеп иҫәпләп, хөкөмгә тарттырҙылар.
Колхоз һәм шәхси хужалыҡтағы малды, ҡош-ҡортто ҡышлатыр өсөн ем, бесән әҙерләнеләр. Шәхси хужалыҡта бер баш һыйыр, өс баш һарыҡ тоторға рөхсәт ителде. Мал башы иҫәбенән һөт йәки май, йомортҡа, йөн тапшырҙыҡ һәм башҡа йөкләмәләрҙе түләнек. Шунан ҡалған ғына май, һөт, йомортҡаны һатып, балаларға өҫ кейеме, уҡыу кәрәк-ярағы алдылар. Йүкә ағасының ҡабығын эшкәртеп, ғаиләләренә сабата яһанылар, киндер үләнен һуҡтырып, күлдәк, таҫтамал, ашъяулыҡ, һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡтылар, фронттағы һалдаттарға һәм үҙҙәренең ғаиләләренә йылы кейем бәйләнеләр.
Әсәйем, атайығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа, мине ғәфү итер, кейем табылыр, тип өлкән ағайыма атайымдың итеген, салбарын ҡыҫҡартып кейҙерҙе, миңә пинжәгенең эслегенән күлдәк текте. Беҙҙең яҡтарҙа яғыулыҡ мәсьәләһе ауыр, урман йыраҡ, киҫергә рөхсәт ителмәне. Ҡыш буйы ат, һыйыр тиҙәге йыйып, яҙ сыҡҡас, өйөп яндыралар; һыу һибеп, үҙләнгәнсе ат менән тапатып, ҡалыптарға һалып, һуҡтырып киптерәләр. Шулай итеп, һәр ғаилә үҙенә ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләне.
Шәхси хужалыҡтағы эштәр — тауыҡ себештәрен, ҡаҙ бәпкәләрен ҡарау, малдарҙы көтөүҙән ҡаршы алыу, баҡса һәм башҡа йорт мәшәҡәте беҙгә, кескәйҙәргә, йөкмәтелгәйне. Был эштәрҙе йәшәүҙең төп сығанағы икәнен аңлап, тырышып башҡара торғайныҡ. Ул йылдарҙа ауылыбыҙҙа радио ла, телефон да юҡ ине. Ил, район үҙәге менән бәйләнеш — почтальон Ғосман бабайыбыҙ. Ул район үҙәгенә аҙнаһына бер-ике мәртәбә барып, хат-хәбәр алып ҡайтты. Икенсе бәйләнеш мәктәп булды. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Фәрит ағай Яппаров етәксеһе булып эшләне. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә әсәйҙәребеҙҙе йыйып, һуғышта, илдә булған ваҡиғалар, хәбәрҙәр, Башҡортостан һуғыш барған яҡтарҙан алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Уҡырға, яҙырға өйрәтте. Бер класты ла бөтөрмәгән әсәйҙәребеҙ ғәрәп, иҫке латин яҙмаһын да, яңы алфавитты ла белде. Мәктәпкә бармаған кистәрҙә әсәйҙәребеҙ кемдең өйө ҙурыраҡ (кәрәсинде күп бөтөрмәҫ өсөн), шунда йыйылып ултырҙы. Улар һуғыштағы һалдаттарға һәм ғаиләләренә бәйләм бәйләне. Бергәләшеп үткәндәрҙе иҫкә алып, почтальон Ғосман бабай алып ҡайтҡан хәбәрҙәр менән уртаҡлашып, илап та, йырлап та алалар ине. Шулай итеп, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, күҙ йәштәре менән бер-бер артлы дәһшәтле йылдар үтә торҙо. Беҙҙең “Ленинсы” колхозы алдынғыларҙан иҫәпләнде. Атайҙарыбыҙ нисек ҡалдырған булһа ике бригада ярышып эшләп, колхоздың абруйын төшөрмәйенсә, шулай һаҡланылар. Әсәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ, йәш үҫмерҙәр, яуҙан яраланып ҡайтҡан ағайҙарыбыҙ колхоздың ҡола яландарында бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр “Бөтәһе лә — фронт өсөн!”, “Бөтәһе лә — Еңеү өсөн!” тип эшләне. Ауылыбыҙҙан 124 кеше яуға китте, 70-е яу яландарында башын һалды. Улар хөрмәтенә эшҡыуарҙар Римма менән Ринат Исламовтарҙың ярҙамында былтыр ауылыбыҙҙың уртаһында обелиск асылды.