Ҡаҙаҡ иленә илткән яҙмыш09.05.2015
Ҡаҙаҡ иленә илткән яҙмыш Тыуған илебеҙ һәм халҡыбыҙ яҙмышында мәңге уңалмаҫ яралар ҡалдырған дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулды. Олоғайған кеше йышыраҡ хәтирәләргә бирелеп йәшәүгә күсә торғандыр инде. Улар һағышты көсәйтә. Төшөнкөлөктән ҡотолоу өсөн үҙ-ара аралашыу зарур. Хәҙерге заманда аралашыу өсөн иң уңайлы әйбер — кеҫә телефоны.

Әле Ҡаҙағстанда йәшәгән класташым иҫемә килеп төштө лә уның ярайһы уҡ фәһемле яҙмышы хаҡында яҙырға булдым. Бынан алты йыл самаһы элек осрашып, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Хәҙер уның яҙмышына бәйле күп хәтирәләр онотолған, шуға күрә телефон аша дуҫымдың хат һалыуын, унда мәктәптән һуңғы тормошо хаҡында тасуирлап яҙыуын үтендем. Унан яуап килде. Әлбиттә, осрашҡанда уҡ ул миңә 1962 йылдан бирле Ҡаҙағстанда йәшәүе, 1954 йылда урта мәктәпте тамам­лағандан һуң, мине күпме осратырға теләһә лә, форсат таба алмауы хаҡында әйткәйне. Ул миңә: “Таһир, һин мине ғүмер буйы аптыраттың инде, — тине. — Сәйетбабала, Красноусолда, ниһайәт, Өфөлә лә күпме күрешергә тырыштым, әммә тура килтерә алманым...” Минең алдымда, йөҙөндә инде ҡартлыҡ бил­дәләре һиҙелһә лә, көр тауышлы, баш­ҡорт кешеһенә хас нескә юмор, әҙ генә төртмә теллелек эҙҙәрен юғалтмаған мәктәп йылдарындағы Рәхим­йән ултыра ине.
Ҡаҙаҡ иленә илткән яҙмышУл VII-VIII, ә ҡустыһы Фәнәүи V класта уҡыған саҡтарында беҙҙә торҙолар. Бер бүлмәле бәләкәй генә өйҙә атай, инәй, биш малай булып киттек. Шулай ҙа һыйҙыҡ. Беҙ, малайҙар, бер туғандар кеүек татыу йәшәнек. Бер-беребеҙҙең холоҡ-ҡылығын да белеп бөткәнбеҙҙер, Рәхимйәндең миңә аптырағаны ла шунандыр инде.
Йәшлек дуҫым һүҙен дауам итте:
– Һин минең әйткәндәремә асыуланма, мәктәпте тамамлағас күрешмәһәк тә, мединститутта уҡып йөрөүеңде ишетеп, аптырау ғына түгел, шаҡ ҡатҡайным. Ни өсөн тиһеңме? Мәктәп йылдарында иптәштәр араһында шиғыр яҙыусылар байтаҡ булды. Әммә шулар араһында ысын шиғырҙар һинеке генә ине бит, — тип ул миңә “йүкә сөй” ҡағып алды. — Төнөн һуҡыр шәм яҡтыһында шиғыр яҙаһың да иртәгәһенә беҙгә уҡып һоҡландыра инең.
– Ярай, Рәхимйән дуҫ, минең турала икенсе кешеләрҙән дә ишетеп белерһең. Һин үҙ яҙмышыңды һөйлә. Һин бит ситтә йәшәйһең, беҙ кемдән ишетәйек?! — тинем.
Бер класта уҡып, бергә йәшәгән йылдар хәтирәләренән, теге осрашҡанда һөйләшкәндәрҙән, яҙған хаттарының эстә­легенән, телефон аша арала­шыу­ҙарҙан сығып, дуҫым хаҡында белгән­дәремде гәзит уҡыусыларға еткерәм.
...Улар ғаиләһенең өс быуынында яҙмыш аяуһыҙлығы сағылып үтә. Олатаһы Хәкимйән Беренсе бөтә донъя һуғышында Австрияла һәләк була. Ул ваҡытта Рәхимйәндең атаһына бер генә йәш була, малай етемлектә үҫә, сөнки әсәһе 1921 йылғы аслыҡта үлә. Атаһы Шакирйән 1944 йылда ауыр яранан Гомель өлкәһендә госпиталдә вафат була. Һаулығы бик шәптән булмаған әсәһенә лә, Рәхимйән менән ҡустыһы Фәнәүигә лә көнитмеш бик ауырға тура килә.
Шулай ҙа Рәхимйән 1943 йылда үҙҙәренең Яугилде ауылындағы баш­ланғыс мәктәптең I класына уҡырға төшә. Уны 1947 йылда тамамлап, күрше Йөҙимән мәктәбенә V класҡа бара. Тик ҡышҡы һыуыҡтар башланғас, кейем юҡлыҡтан һәм аслыҡ арҡаһында уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була.
Ул ауыр йылдарҙы иҫкә алып, Рәхимйән миңә яҙған хатында тыуған ауылы халҡына бик тә рәхмәтле булыуын әйтеп үткән. “Ауылыбыҙ халҡы беҙҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалды”, — тип яҙа ул. Бигерәк тә шул заманда йәшәгән Сәрбиямал, Туйбикә, Мәхмүзә, Мәғүҙә инәйҙәрен оло рәхмәт менән иҫкә алған.
Малайҙарҙың әсәһе димләү ярҙа­мында тормошҡа сыға, һәм улар ғаиләһе менән Сәйетбаба ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡтағы Ағай-Туғанға күсеп килә. Ундағы ҡуйы урман эсендә ағас эшкәртеү цехтары ойошторғандар ине. Цехтарҙы башҡорттар үҙҙәренсә “Биштар” тип йөрөттө. Ул “Биштар”ҙа ниндәйҙер стандарттар буйынса таҡта ярып эшләйҙәр, йәшниктәр яһап, ҡайҙалыр оҙаталар ине.
Рәхимйән шул йылда Сәйетбаба мәктәбенә V класҡа уҡырға килде. Өҫ-башы беҙҙекенә ҡарағанда арыуыраҡ ине. Беҙ уның менән дуҫлашып киттек. “Биштар”ға мине ҡунаҡҡа алып барғы­ланы. Ундағы эшселәр тормошо, тығыҙ барактарҙа йәшәһәләр ҙә, колхозсы­ларҙыҡына ҡарағанда арыуыраҡ икәне һиҙелеп тора. (Ни тиһәң дә, “эшсе ғали йәнәптәре” аҡса ала ине шул). Ниһайәт, 1954 йылда беҙ урта мәктәпте тамамланыҡ. Тиҙҙән юлдары­быҙ айырылды.
Рәхимйәндең күҙендә трахома табылғас, уны военкомат уҡыуҙан да, әрменән дә тотҡарлаған. Ул шул “Биштар”ға эшкә урынлашҡан. 1955 йылда үҙебеҙҙең райондағы Мораҙ ауылы ҡыҙына өйләнгән. Уны әрмегә 1957 йылда ғына алғандар. 1960 йылға тиклем Приморье крайының Уссурийск ҡала­һында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, тағы Ағай-Туған участкаһында эшләй башлай. Тик 1961 йылда ул ябылып ҡуя. Халыҡ эшһеҙ ҡала.
1962 йылда Ҡарағанданан ҡайтҡан ауылдаштары уларҙы шунда күсеп барырға димләй. “Эш күп, әммә эшселәр етешмәй”, — тиҙәр. Рәхимйән ғаиләһе менән күсеп китә. Ләкин улар барып төшкән мәлдә шахтала ҙур авария була. Рәхимйән ҡурҡыуға төшә. Кемдер ҡаса­баның кирбес заводында эш барлығын әйтә. Ул шунда урынлаша.
– Завод етәкселәренең эшселәргә ҡарашы бик яҡшы ине, шуға күрә, ауыр булһа ла, мин тағы ла нығыраҡ тырышып эшләй башланым, — тип хәтерләй Рәхимйән.
1965 йылдың көҙөндә завод директоры уны политехник институттың киске бүлегенә уҡырға керергә өгөтләй. Рәхимйән шатланып риза була. Әммә уға бер генә йыл уҡырға тура килә, сөнки ҡатыны бишенсе балаға ауырлы була.
Тырышып эшләгәс, уны ихтирам итәләр. Профсоюз эшмәкәрлегенә ылыҡ­тыралар. Үҙҙәре йәшәгән Аҡтас тип аталған ҡасаба Советына депутат итеп һайлайҙар. Ә 1978 йылда заводтың профком рәйесе итеп һайлайҙар. “Профком рәйесе мотлаҡ коммунист булырға тейеш” тип, уны шул көндә үк КПСС ағзалығына кандидат итеп ҡабул итәләр. Кирбес заводының профком рәйесе булып, даими һайланып килеп, ул вазифаны Рәхимйән Шакирйән улы 1997 йылға тиклем, йәғни пенсияға сыҡҡансы башҡара. Аҙнаның бер көнөндә эшсе сифатында булһа, дүрт көн профсоюзда була. Премиялар, һәр төрлө грамоталар уға даими бирелеп тора. “СССР Күмер сәнәғәте министрлығының социалистик ярыш отличнигы” исеменә лайыҡ була. 1970 йылда В.И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнә.
Рәхимйән Шакирйән улы 1974 йылда “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булһа, 1981 йылда иһә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Класташым матди яҡтан да һәйбәт тәьмин ителгән. Пенсияһы 75 мең тәңкә, өҫтәмә рәүештә 4 мең 200 тәңкәне Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны булғаны өсөн ала. Ҡаҙағстанда иң йәш тыл ветерандары булып 1935 йылда тыуғандар иҫәпләнә икән. Уның пенсияһы 79 мең 200 тәңкә тәшкил итә. Беҙҙең бер һум уларҙың 3 тәңкәһенә тура килә. Шулай булғас, ул айына, беҙҙең аҡса менән иҫәпләгәндә, 26 мең 400 һум ала тигән һүҙ. Насар түгел. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына тыл ветерандарының һәр береһенә 70 мең тәңкә аҡсалата бүләк бирергә йыйыналар икән.
Хөрмәтле класташым Рәхимйән Ша­кир­йән улы Әхмәтйәнов — ауыр бала саҡ йылдарын кисереп, һөйөклө ҡатыны Зәйнәп Абдулла ҡыҙы менән фиҙакәр хеҙмәттә бәхетле тормош юлы үткән ҙур шәхес. Зәйнәп ханым менән бергә йәшәүҙәренә лә ошо йылдың июлендә, иншалла, 60 йыл тула.
Уларҙың, үҙе әйтмешләй, иң ҙур байлыҡ­тары һәм бәхете — ва­риҫ­тарында. Бергәләп биш ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уландары әрме хеҙмәтен үтеп, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Улар ҙа инде үҙҙәре олатай булған. Рәхимйән менән Зәйнәп ханымдың хәҙер дүрт ейәнсәре, алты ейәне, ике бүләсәре бар.
– Хәҙер, шөкөр, Башҡортостан теле­видениеһын ҡарап кинәнәм, — ти ул. — Сәғәт иртәнге 8-ҙә гимнды тыңлайым, “Сәләм”де ҡарайым. Ғөмүмән, Башҡорт­остан яңылыҡтарын белеп торғом килә.
Шулай ҙа телефондан һөйләшкәндә дуҫымдың тауышында һағыш билдәләре һиҙелеп ҡала: “Йәшерәк сағым булһа, Башҡортостаныма күсеп ҡайтыр инем, хәҙер ундай ҙур ғәмәлгә баҙнат итә алмайым инде, 80 йәш бит”. Ни тиһәң дә, сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.


Вернуться назад