Ҡуйын дәфтәрендәге яу яҙмалары09.05.2015
Ҡуйын дәфтәрендәге яу яҙмалары “1941 йылдың 5 декабрендә мин әрме хеҙмәтенә алындым, Башҡорт кавалерия дивизияһына эләктем. Вагондарға ултырып, аттар менән һуғышҡа киттек. Ул ваҡытта полк командиры майор Макаев булһа, мин – взвод командиры ярҙамсыһы” тигән юлдар менән башлана Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың яу көндәлеге. Балалары уның барлыҡ күргәндәрен ҡуйын дәфтәренә теркәп барыуы, тыныс тормошта иһә яҙмаларын яңынан күсереүе хаҡында әйтә.

Сығышы менән Стәрлебаш районынан булған Сафа Хужан улы һуғыш башланғанда колхоз рәйесе вазифаһын биләй. Яу алдынан дүрт ай хәрби әҙерлек үтә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов, полк командиры Таһир Кусимов менән бергә һуғыш юлын уҙа. Ике тапҡыр ҡаты яралана, 1942 йылда аслыҡтан шешенеп госпиталдә ятып сыға.
Сафа Хәсәновтың ҡаһарманлығын күреп, уны командирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Дивизия менән фронттың төп һыҙығында булғанда түбәндәгеләрҙе теркәп ҡуя: “1943 йылдың 14 ноябре. Әҙерләнәбеҙ: траншея ҡаҙып, үҙебеҙгә окоп яһайбыҙ, дүрт көн буйы йоҡо күрелмәне. Беҙҙән алыҫ түгел ерҙә немец һалдаттары полкыбыҙҙың ике егетен әсирлеккә алып, бәләкәй арбала һөйрәп китеп баралар. Күреп ҡотҡарҙыҡ, немецтарҙы ҡырып һалдыҡ, машиналарын яндырып, документтарын штабҡа оҙаттыҡ. Күп тә үтмәне, тауыш ҡупты. Алдыбыҙҙа 30-лаған танк пәйҙә булды, мин бер нисә граната ташлап, окопҡа һикереп өлгөрҙөм. Танк минең өҫтөмдән үтеп киткән, ер аҫтында ятып ҡалғанмын. Ярай ҙа шинелдең осон күреп ҡалып, Табылды ауылынан Ғәйфулла Йосопов ҡаҙып алған”.
Бөйөк Ватан һуғышында яугир Брянск, Степной, Көньяҡ-көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында взвод командиры булып хеҙмәт иткән, Чернигов ҡалаһын алғанда күп батырлыҡтар күрһәткән Сафа Хужан улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
1943 йылдың сентябрендә Башҡорт кавалерия дивизияһы Днепр ярына килеп етә. Аръяҡтағы фашистарҙың плацдармын яулап алырға бойороҡ бирелгәс, беҙҙекеләр кәмәләргә тейәлеп юлға сыға. Ҡот осҡос снаряд ямғыры ваҡытында тишелгән кәмәне кем ҡулы менән ҡаплап маташа, кемдер ингән һыуҙы каскаһы менән һоҫорға керешә. Ярға килеп еттек тигәндә фашистар тағы ут аса. Шул саҡ Сафа Хәсәнов:
– Минең арттан алға! – тип ырғып төшөп, немецтарға граната ташлап йүгерә. Артынса тотош взвод ынтыла. Ярға миномет сығарып, ут асалар, ҡаты алыш була. Һөҙөмтәлә плацдарм яулап алына. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн Сафа Хужан улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Еңеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас,ф ул колхоз, ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Ауыр яралары уға 30 йыл ғына йәшәргә форсат бирә. Бөгөн Сафа Хәсәнов хаҡындағы ғорур, яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктә һаҡлана.









Вернуться назад