Ҡырымдан – ҡайнар сәләм09.05.2015
Редакция почтаһына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бихисап ҡотлау сәләмдәре килә. Сираттағыһы — Ҡырым Республикаһынан.
Уны беҙгә Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Даларис Имелбаев ебәргән. “Яҡташ­та­рым, барлыҡ Ҡырым баш­ҡорт­тары исеменән Һеҙҙе 9 Май байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Беҙҙең олатайҙар бүләк иткән Еңеү байрамында башҡорт хал­ҡының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Илде дошмандарҙан азат итеүҙә атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһар­манлыҡ өлгөһөн үлсәрлек бизмән юҡ. Киләһе көндәрҙә лә илдә тыныслыҡ булһын. Барығыҙға ла бәхетле тормош теләйем!” — тиелә ҡотлау телеграммаһында.


Вернуться назад