Ҡатмарлы, шау-шыулы, ҡайһы саҡта шаҡ ҡатырлыҡ осорҙа йәшәйбеҙ. Бындай мәл оҙаҡҡа һуҙылһа, заманында яҙмышыбыҙҙы хәл иткән бөйөк тарихи хәл-ваҡиғалар төҫһөҙләнер кеүек. Беҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең балалары, миллиондарҙың ғүмере менән яуланған Еңеү байрамы бер көнлөк хәтирә һәм тантана рәүешле генә булмаһын ине, тигән уйҙабыҙ. Хәүефләнергә урын бар, сөнки тиҙҙән ғәййәр алыштың тере шаһиттары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡаласаҡ. Шуға күрә һуғыш яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың өскөл хаттарын, иҫән ҡайтҡан ветерандарҙың иҫтәлектәрен йәштәргә еткереү – беҙҙең бурыс, тип иҫәпләйем, сөнки улар – иң дөрөҫ, ышаныслы документтар.
Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһында эшләгән ветеран-уҡытыусы Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы Нәҙерғолованың шәхси архивында ҡәҙерле аманат – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған оло ағаһы Хәмит Мотаевтың хаттары, фотоһүрәттәре һаҡлана. Ир-азамат 1922 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Атаһы Ғәфүр Мотаев, заманының күренекле кешеһе булараҡ, төбәктә ғүмер буйы балалар уҡытҡан. 16 йәшлек Хәмитте белемле итеү маҡсатында 1938 йылда Өфө Башмедрабфагына алып бара. Бында бар яҡлап та булдыҡлы егеткә Белоруссияның Калинковичи ҡалаһындағы хәрби-пехота училищеһына йүнәлтмә бирәләр. Ауылдан барған егеткә уҡыу еңел бирелмәй: көнөнә һигеҙ сәғәт эшләй, дүрт сәғәтен ғилемгә арнай. Тырышып-тырмашып уҡыу йортон тамамларға бер аҙ ваҡыт ҡалғас, һуғыш башлана. Фронтҡа китер алдынан яҙған хатында: “Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, дошманды өңөнә тиклем ҡыуып, әйләнеп ҡайтасаҡмын”, – тигән. Береһендә ошондай юлдар бар: “Ҡәҙерле әсәйем, атайым! Оло улығыҙ, өлкән лейтенант, взвод командиры Хәмиттән һағынышлы сәләмдәр ебәреп, иң изге уйҙарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп, һеҙгә оҙатам. Туғандарыма, күршеләргә, дуҫтарыма, ауылдаштарыма ла күптин-күп сәләм. Әле ҡаты алыштың бер аҙ тынған мәле, ваҡыт яғы самалы, башҡа яҙыр һүҙем юҡ… Атай, үҙең 4-6 биттән торған хат яҙ”.
Хаттар араһында шәхсән әсәһенә, атаһына, Файза, Факиһа апаларына тәғәйенләнгәндәре лә байтаҡ. Ут эсенән килгән остоҡ хәбәрҙәр ата-әсәһенең күңеленә май булып яғыла: ”Атай, әсәй, һеҙ һәйбәт йәшәгеҙ! Ашарығыҙға бармы? Әсәйем һыйыр ағын әрәм-шәрәм итмәй бит ул. Ала һыйыр иҫән булһын инде… Һеңлем, апай, ағайҙарым, күрше-күлән, ауылдаштар тураһында күберәк яҙығыҙ. Мине көтөгөҙ! Дошманды еңәсәкбеҙ. Киләсәктә беҙҙең илдә Еңеү көнө иң ҙур байрам итеп билдәләнәсәк. Өйгә әйләнеп ҡайтҡас, ус төбөндә йөрөтөп ҡарармын үҙегеҙҙе. Тәрбиәле булырһығыҙ, бер ниндәй ҡыйынлыҡ, мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ. Бар теләгем шул: мин ҡайтҡансы барығыҙ ҙа имен-аман тороғоҙ… Һағынышлы сәләм менән – һуғыштың иң алдынғы утлы һыҙығында башҡаларҙы әйҙәп алға барыусы взвод командиры Хәмит улығыҙ”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – уның иң һуңғы хаты. Хәмит Мотаев ҡаты алыштарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғала. Тыуған илем ерем, халҡым тип йәнен фиҙа ҡылғандарҙы, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы һәр саҡ ололап, хөрмәтләп иҫкә алыр.