Мажара ла, һынау ҙа09.05.2015
Сибайҙа инвалид спортсылар өсөн һауала экскурсия үткәрҙеләр.

Вертолетта осоу Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Сибай ҡалаһының 60 йыллығы айҡанлы ойошторолдо. Инвалид­тар­ҙы сәфәрҙә “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” республика ак­ция­һында ҡатнашҡан летчиктар оҙа­тып йөрөнө.
– Ун минутлыҡ мажаралы экскурсия етди һынауға ла әүерелде. Бындай саралар кешегә ышаныс, көс-дәрт өҫтәй, — тине Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Әбделғужин.



Вернуться назад