Еңеү балалары ҡотлай09.05.2015
Туймазы ҡалаһындағы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең VI класс уҡыусыһы “Беҙ — балаларың һинең, Еңеү!” Бөтә Рәсәй проектында еңеүселәрҙең береһе булды.

Бәйгелә еңеп сыҡҡандарҙың фотолары байрамға арналған почта открыткалары­ның махсус шәлкемен биҙәй. Ваня Примакин — 316 хәрби осош яһаған Советтар Союзы Геройы Иван Примакиндың ейәне. Ул открытканан рәсәйҙәрҙе бөйөк байрам менән ҡотлаясаҡ. Әлеге еңеүен Ваня ҡаһарман олатаһына арнай.




Вернуться назад