“Китап” ниҙәр тәҡдим итә?09.05.2015
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте республиканың ҡала һәм райондарында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнап, күргәҙмә-сауҙа ойоштора.

Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”, “Уларҙың ҡаһарманлығы — үлемһеҙ” баҫмалары, Талха Ғиниәтуллиндың, Суфиян Поварисовтың һәм Шакир Янбаевтың “Һай­ланма әҫәрҙәр”е, “Кеше яҙмышы” (төҙөүсеһе – Сабир Шәрипов), Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған бала саҡ”, Рәшиҙә Бикмә­тованың “Берлинға тиклем!”, Екатерина Са­вельеваның “Еңеү ҡоралы” китаптары, дини, йыртма, мәктәп календарҙары, уҡыу һәм методик әсбаптар тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә 13 һәм 14 майҙа – Бөрйән райо­нының Иҫке Собханғол ауылында, 15 майҙа — Әбйәлил районындағы Асҡар ауылының үҙәк китапханаһында, 16 майҙа — Баймаҡ районындағы Темәс ауылының үҙәк майҙанында, 17 майҙа Баймаҡ ҡалаһының үҙәк баҙарында ойошторола.




Вернуться назад