Алмағастар аллеяһы09.05.2015
Өфөләге “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы һәм һуғышта ҡатнашҡан, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһын, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә тос өлөш индергән журналистар иҫтәлегенә алмағастар аллеяһына нигеҙ һалынды.

Сараға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә урынлашҡан һәм бөтөн Европаға тапшырыуҙар еткергән серле объект — Коминтерн исемендәге РВ-1 радиостанцияһы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан телевиде­ниеһы һәм радиоһына нигеҙ һалыусылар, ветерандарҙың туғандары һәм яҡындары саҡырылды.
Һуғыш ветерандары араһында 50-нән ашыу телевидение һәм радио белгесе бар. Шуларҙың 25-е фронттағы алыштарҙа туранан-тура ҡатнашҡан. Тыныс ваҡытта улар республикабыҙҙағы киң мәғлүмәт сараларында эшен дауам иткән.
Республика журналистикаһы аҡһаҡалда­рының береһе — Башҡортостан телеви­де­ние­һының өлкән мөхәррире Шәүкәт Макулов. Һуғыш йылдарында ул Украина фронтында минометсы була. Башҡортостан телеви­дение­һының беренсе кинооператоры Ғилуан Әмиров та һөнәри оҫталығын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында файҙалана. Баш режиссер Фәйез Вахитов һуғыш осоронда уҡсы-радист була, 63-сө Керчь авиаполкында төнгө бомбардировщиктар составында хеҙмәт итә.
Акция барышында 70 алмағас ултыртылды. Уларҙың һәр береһенә исем яҙылған алтаҡта беркетелде.






Вернуться назад