Өфөнән — Севастополгәсә09.05.2015
Башҡортостанда йәшәгән I төркөм инвалиды Илдар Ғәлиәкбәров велосипедта Өфөнән Севастополгә барып етте. Сәфәр 12 апрелдә башланғайны.

Илдар үҙенең сәйәхәтен Бөйөк Ватан һу­ғышында Еңеүҙең 70 йыллығына, барлыҡ ветерандарға һәм Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән кешеләргә бағышланы. Инвалид коляс­каһы менән велосипедтың махсус йыйылған ҡулайламаһында спортсы 2 491 саҡрым юл үтте. Маршрут Волгоград, Керчь, Дондағы Рос­тов, Феодосия ҡалалары аша ойошторолдо. Ул 22 көнгә һуҙылды.
Сәйәхәттә Илдарға инвалидтар йәмғиә­те­нең төбәк ойошмалары, урындағы халыҡ яр­ҙам итте. Севастополдә спортсы 9 Май­ҙағы Еңеү парадында ҡатнашырға ниәтләй. Саранан һуң ошо уҡ велоколяскала ҡайтырға сығасаҡ.
Илдар Ғәлиәкбәровҡа – 37 йәш. Ул Иглин­да йәшәй. Ете йыл элек юл һәләкәтенән һуң инвалид булып ҡала. Әле спорт менән әүҙем шөғөлләнә, коляскала фигуралы йөрөү буйынса дүрт тапҡыр республика чемпионы.




Вернуться назад