Байрам менән тәбрикләйбеҙ!09.05.2015
Бөгөн – көтөп алынған Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы. Беҙ тағы ла батырҙарҙы хәтергә алабыҙ, яуҙа ҡатнашҡандарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен ҡотлайбыҙ. Республика­быҙ­ҙан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышы яландарында алышҡан, уларҙың яр­тыһы тиерлек яуҙа башын һалған. 248 яҡ­та­шыбыҙ Советтар Союзы Геройы тип та­нылған. Легендар осоусы-штурмлаусы Муса Гәрәев – ике тапҡыр Герой. 45-е – Дан орденының тулы кавалеры.
Ҡыҙыл Армияның бер ниндәй ҡоро ер хәр­би подразделениеһында ла беҙҙең данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһындағы кеүек 78 Советтар Союзы Геройы булмаған.
Яу йылдарында республика илдең иң мө­һим тылдарының береһенә әйләнгән. Баш­ҡортостандан 450 мең кеше “1941 – 1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙа­кәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған.
Љәҙерле ветерандар, һеҙҙең өлөш­кә ауыр һы­науҙар һәм юғал­тыу­ҙар тура кил­гән, әммә улар­ға ҡаршы тора алған­һы­ғыҙ һәм еңгән­һегеҙ. Йәштәр батырлығығыҙ менән ғорурлана. Ћеҙгә бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, яҡындарығыҙ тарафынан йылы хәстәрлек теләп, барлыҡ изге һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ћуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика
йәмәғәт ойошмаһы.








Вернуться назад