Һандар һәм дәлилдәр09.05.2015
l Бөйөк Ватан һуғышы 1 418 тәүлек дауам иткән;
l унда 35 миллионға яҡын совет һалдаты ҡатнашҡан (шуларҙың 490 меңе – ҡатын-ҡыҙ);
l Ленинград блокадаһы 880 көн дауам итеп, ҡамауҙа 800 мең самаһы кеше һәләк булған;
l дошман тылында 6 меңдән ашыу партизан отряды (1 миллионға яҡын кеше) эш алып барған;
l ил биләмәһендә 1 700-ҙән ашыу ҡала һәм 70 мең самаһы ауыл емерелгән;
l 32 мең тирәһе сәнәғәт предприятиеһы, 100 меңгә яҡын колхоз һәм совхоз, 65 мең саҡрымлыҡ тимер юл, 2 мең самаһы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, 400-ҙән ашыу музей юҡ ителгән;
l 4,5 миллион совет һалдаты әсирлеккә эләгеп, унда яртыһы тиерлек вафат булған;
l һуғыш йылдарында СССР 27 миллион самаһы халҡын юғалтҡан;
l яу осоронда 11 яңы орден булдырылған, уларҙың тәүгеһе – I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены – 1942 йылдың 20 майында барлыҡҡа килгән;
l 11,6 меңдән ашыу совет яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. 3 кешегә был награда – өс, ә 104 кешегә ике тапҡыр тапшырылған.