Һеҙҙән өлгө алып йәшәйбеҙ!09.05.2015
Һеҙҙән өлгө алып йәшәйбеҙ! Әмирйән Камилйәнов һуғышҡа 17 йәшендә китә. Яу юлын 1-се Белоруссия фронтында элемтәсе булып башлай ул. Еңеүҙе Берлинда ҡаршы ала. Уның күкрәген биҙәгән орден һәм миҙалдар — ҡаһарманлығы билдәһе. Шулай ҙа “Берлинды алғаны өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары ветеран өсөн айырыуса ҡәҙерле. “Бөгөнгө яҡты тормошто күреү — оло бәхет. Барлыҡ теләгем — донъялар тыныс булһын. Беҙ кисергәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын”, — ти Әмирйән Мәхмүтйән улы.
Кисә ветерандың күкрәген йәнә бер миҙал биҙәне. “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл” юбилей миҙалын алғанда Әмирйән ағай шатлыҡ йәштәрен йәшермәне. “Быныһы тағы ла ҡәҙерлерәк — оҙон, бәхетле, тыныс тормошомдоң билдәһе”, — тине ул.

Әмирйән ағай менән бер рәттән йәнә ун ике ветеран республика Башлығы Рөс­тәм Хәмитовтың ҡулынан “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл” юбилей миҙалын алып ҡыуанды. Утты-һыуҙы кисеп, тыуған яҡтарына Еңеү менән ҡайт­ҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына — Михаил Ор­лов, Рәғиб Ирназаров, Антонина Марюткина, Рафаэль Фәйезов, Әнәс Мәхмү­тов, Камил Миңғәлиев, Рәмил Рьянов, Анатолий Поз­деев, Николай Дунюшкин, Авдей Карманов, Иван Гайтанов, Пантелей Сердюкка Башҡортостан етәк­сеһе ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларға иң изге теләктәрен юлланы.
— Һеҙ башлаған юлдан тайпылмаҫҡа тырышабыҙ. Бөгөн республиканың төрлө күрһәткестәр буйынса иң алдынғылар рәтендә килеүе — тәү сиратта һеҙҙең ҡаҙа­ныш. Киләсәк быуын һеҙҙән яҡты тормош, ҡаҡшамаҫ рух өлгөһөн алып йәшәй, — тине Рөстәм Зәки улы.
Һеҙҙән өлгө алып йәшәйбеҙ!Был көндә бер төркөм фекерҙәштәр йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн “1941 — 1945 йылдарҙағы Бө­йөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл” юбилей миҙалы һәм “Еңеү” Рәсәй ойоштороу комитетының Почет грамотаһы менән бү­ләкләнде. Республика Хәрби Дан музейы һәм “Башҡорт­остан ветераны” гәзите редакцияһы коллективта­рының хеҙмәте иһә Рәсәй Федерацияһы Президенты­ның “1941—1945 йылдар­ҙа­ғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл” иҫтәлекле йыйылмаһы менән билдә­ләнде. Республика етәксеһе әүҙем йәмәғәтселәргә артабан да сафта ҡалыуҙарын һәм изге эштәрен дауам итеүҙәрен теләне.
Һуңынан республика Баш­лығы Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Көндөң икенсе ярты­һында “Башҡортостан” концерт залында байрам концерты булды.



Вернуться назад