Етемлектең бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыһа ла, тырышлығы, һәләте арҡаһында оло шәхес, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре булып киткәндәрҙе беҙ аҙ беләбеҙме? Юҡ, асылда үткән быуаттың ниндәй генә осорон алып ҡараһаҡ та, күп шәхестәрҙең тормошо ошо етемлектән башланһа ла, артабанғы яҙмышы тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итеүгә, уның мәнфәғәтенә бағышланған. Ҡыҙғаныс, бөгөн дә был проблема йәмғиәтте борсой. Ләкин хәҙер етемлек мөһөрөнөң мәғәнәһе бөтөнләй үҙгәрҙе. Хәтерләйһегеҙме, “Әсәлек даны” миҙалын алған ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында мәҡәлә баҫылғайны. Баҡтиһәң, бында ла миҙалдың икенсе яғы бар икән. Күп бала тапһа ла, тәрбиәһеҙ, ҡыҙмаса булып урам ҡыҙырған әрпеш ҡатындарға ла миҙал бирәбеҙ. Былай ҙа эшләргә яратмаған, балаларын ҡарамаған ата-әсәнең ҡулын ысҡындырабыҙ.
Беҙ йәшәгән ҡала бәләкәй булғанлыҡтан, бында һәр кеше бер-береһен яҡшы белә. Хатта магазин алдында ултырған һәр асарбаҡтың яҙмышын әсенеп тә, аптырап та һөйләп торғандар була. Шулай ярты йыл самаһы аяҡһыҙ бер егет урам аша имгәкләп сығып йөрөнө. Күптән тәрбиә, йүнле аш күрмәгәнлектән, өҫ-башы, йөҙ-ҡиәфәте таушалып бөткән, үҙенән һәр ваҡыт насар еҫ аңҡый. Имәнес һәм ҡыҙғаныс хәл. Оҙаҡ йылдар һөнәрселек училищеһында эшләгән бер кеше, минең ҡарашты һиҙеп: “Йәлләмә уны, үҙе ғәйепле. Ошо егет миндә уҡыны, ну ыҙалатты эсеп, ундайҙарға күңелем ҡалып бөткән инде”, — тине. Белмәйем, үкһеҙ етем булғанмы, әллә ата-әсәлеме, уға йәшәргә бүлмәһе лә бирелгән, аҡсаһы ла бүленгән, ләкин был ярҙам уның файҙаһына булмаған. Училищела уҡығанда уҡ эсеп йөҙәткән егеттең артабанғы яҙмышы ла шул шешә тирәһенән китмәгән. Һөҙөмтәлә ике аяғын юғалтҡан. Һуңынан ул күренмәй башланы. Шунан белдек: бергә эскән әшнәләре ғәрипте йыртҡыстарса туҡмап үлтергән...
Бер апай, үҙенең һөйләүе буйынса, һөнәрселек училищеһында уҡыған етем ҡыҙҙарға гел әсәлек хәстәре күрһәтә, йәлләй уларҙы. Балаларының яҡшы ғына кейем-һалымын бирә, тамаҡтары туҡ йөрөһөн тип уҡыу йортоноң ашханаһына индерә.
“Теге ҡыҙҙар саҡ ҡына ҙурайып, ирәйеп алды ла, тәҙрә аша ҡасып, егеттәр менән осраша башланы, — ти ул. — Шунан береһе төрлө хәлгә тарып бөттө. Бөгөн ҡайҙа, ни ҡылып йөрөгәнен белмәйем. Ә икенсеһе хәҙер бер үзбәк егете менән ғаилә ҡорғанмы шул, әллә былай ғына йәшәйҙәрме... Күптән түгел күргәйнем, ҡулында балаһы бар, икенсегә йөклө. Балаһы ла, үҙе лә насар ғына кейенгән, хәле шәптән түгелдер. Тағы бер бәхетһеҙ, етем бала тыуа, тип борсолдом. Хатта артабан нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс...”
Һуңғы ваҡытта матбуғат баҫмаларында Баймаҡ районындағы хәл тураһында күп һүҙ булды. Урындағы хакимиәттең опека һәм попечителлек бүлегендә бөгөн 200-ҙән ашыу бала иҫәптә тора. 2012 йылда был һан тағы ла күберәк булған. Өс йыл эсендә уллыҡҡа, патронат ғаиләгә биреү, ата-әсә хоҡуғын тергеҙеү иҫәбенә кәметелгән әлеге күрһәткес. Былтыр ғына районда 36 бала уллыҡҡа алынған. Был — һуңғы дүрт йылда иң юғары һан.
Районда ике йылда етем йәштәргә 90 фатир бүленгән. Ләкин сиратта тороусылар кәмегән тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә.
2015 йылдың беренсе кварталында ғына өс ғаилә законлы ҡарарға ярашлы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Әлбиттә, башта уларҙы тәрбиәләү механизмдары эшкә егелә: комиссия төҙөлә, эскән әсәне (баланың етем ҡалыуы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың эскелегенә бәйләнгән) наркология буйынса дауалауға һалалар, баланы ваҡытлыса приютҡа йә дауаханаға урынлаштырып торалар. Һуңынан ата-әсәне мәшғүллек үҙәгендә теркәйҙәр, уҡырға ла йүнәлтмә бирәләр, юғалған документын, балалар пособиеһын юллайҙар, көнкүреш шарттарын тикшерәләр. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй бала кеүек ҡарап, әпәүләп йөрөтәләр. Тик хәл үҙгәрмәй.
Шуға иғтибар итәйек: Рәсәй ғаиләһендә тәрбиәләнгән һәр кемебеҙ уҡығанда ла, хеҙмәт һәм тормош юлын башлағанда ла бер ни тиклем ауырлыҡтарға осрай. Күптәребеҙ белем алыу һәм яҡшы эшкә урынлашыу өсөн ҙурыраҡ, аҡсалыраҡ ҡалаларға барырға ынтыла. Ләкин һәр ерҙә лә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормайҙар. “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” тигәндәй, ҙур ҡалаларҙы ыҙалыҡтар менән яулап алырға тура килә.
Бер коллегамдың һөйләгәне әле лә хәтеремдә. “Мин Өфөгә килеп эшкә урынлашҡас, әлбиттә, кеше өйөндә йәшәй башланыҡ, ун бер тапҡыр күсендем”, — тип һөйләгәйне. “Йә фатирға ингән оло йәштәге хужабикәләр менән уртаҡ тел табып булмай, йә торлаҡты һаталар, йә ҙурыраҡ хаҡ һорайҙар. Ҡыҫҡаһы, иҫемә төшһә, әле лә ытырғанып ҡуям”, — тигәйне ул. Ошо ваҡытта ниндәй михнәттәр кисергәнен үҙе генә белә.
Ата-әсәһе булып та, аҡса һорарға тырышмаған, үҙ йүнен үҙе күргән йәштәрҙең күбеһенең самалы ғына ашап, бер салбар, бер күлдәк менән йөрөгәндәре бар. Улар дөйөм туҡланыу урынына барырға тырышмай ине, бер икмәк менән ҡоролай сәй эсеп, баш ҡалала транспортҡа аҡсалары булмағанлыҡтан, алыҫ араға йәйәү йөрөй торғайны. Һуңынан, әлбиттә, эсмәй, тырышып эшләгәндәрҙең хеҙмәт шарттары ла, шәхси тормошо ла ыңғайға үҙгәреп китә. Ләкин уға тиклем күпме юл үтергә кәрәк әле! Бәғзе берәүҙәр ярты ғүмерен дөйөм ятаҡта үткәрә лә, һуңынан ипотекаға фатир алып, уны оҙаҡ йылдар түләй. Ә ауылда ҡыҙын йә улын уҡытам тип, биш-алты һыйыр һауып, шуның ағын баҙарға сығарып һатыу иҫәбенә генә йәшәгән ғаиләләр аҙмы ни? Уларға дәүләт ярҙамына ла, бушлай фатирҙарға ла иҫәп тоторға түгел...
“Балалар уҡытам” тигәс, бер еҙнәмдең яҙмышы иҫкә төштө. Өс ҡыҙы буй етеп килгәс, уларҙы уҡытырға аҡса эшләйем тип, ауылдан Себер тарафтарына сығып китте ул. Һуңынан беленеүенсә, эше ауыр булған. Карьер юлдарынан көнө-төнө йөк ташыған. Шундай ауыр маршруттарҙың береһендә ул төндә аварияға осрап һәләк булды. Өс ҡыҙы үҫеп етеп, туғандары ярҙамында уҡып сыҡты.
Шуларҙан ниндәй һығымта яһарға була? 5-6 бала тапҡан эскесе ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ түгел. Проблеманың тулыһынса юҡҡа сыҡмауы шунан да билдәле: социаль етемлек кәмемәй.
Әле районда үҙәк китапхана тарафынан “Һәр бала — илгә бүләк” тигән акция иғлан ителде. Ул бөтөн ауылдарҙы ла урап сығасаҡ. Шунда ағинәйҙәр, абруйлы атай, олатайҙар йыйылып, эскән ҡатындар менән һөйләшеүҙәр алып бара, бала ҡәҙеренә, ғаилә ныҡлығын һаҡлауға бағышланған кисәләр, байрамдар үткәрә, шул етем балалар ҡорған ғаиләләрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһыналар. Эйе, проблема көсәймәҫ борон уны иҫкәртеүе енелерәк. Ысынлап та, һәр сабый илгә бүләк булып тыуа. Балалар һанын ишәйтеү өсөн дәүләт ниндәй генә саралар уйлап тапмай. Тик ҡайһы ваҡытта ул бала илгә бүләк булып тыуа ла, дәүләткә имгәк булып йәшәй ҙә ҡуя.
Күптән түгел авария хәлендәге йорттан яңы фатирға күсеп сыҡҡан бер апай ризаһыҙлығын белдерҙе. Тағы зарланыу... Кеше рәхмәтле була белмәй, шөкөр итмәй, сабырлыҡ менән йәшәү тураһында онота. Үҙ еренә түгел, ихатаһына ла хужаларса хәстәрлек менән баҡмай улар. Күп ҡатлы йорттар алдын ҡарағыҙ. Унда ҡойма ауып ятамы, күптән буяу төҫөн күрмәгәнме — берәү ҙә сығып уны төҙәтмәҫ, ҡулына бумала тотмаҫ. Шул уҡ ваҡытта нисәмә ир-егет, эшһеҙлектән йонсоп, балконда тәмәке тартып торор. Нимәлер талап итер алдынан иң башта үҙеңдең йәшәгән мөхитеңә ҡарашыңды үҙгәрт, башлап өлгө күрһәт. Юҡһа һаман да өҫтән әмер көтөп йәшәргә күнеккән халыҡ.
Гөлнур ИШБУЛАТОВА,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, телевидение һәм радио хәбәрсеһе.