1943 йылдың сентябрендә Украина партизандары хәрәкәттәге Совет армияһы частарына ҡушылғас, Д. Мурзинды 4-се Украина фронтының штабына саҡыртып алалар һәм, дүрт ай уҡытҡандан һуң, 1944 йылдың февралендә, партизандар хәрәкәтен ойоштороу өсөн һигеҙ кешенән торған төркөмдө Молдавияға ташлайҙар. Бында ул кешеләр менән эшләргә, яуаплы операциялар ойошторорға, дошман тылында хәрәкәт итеү стратегияһын, отряд планын төҙөргә өйрәнә, тәжрибә туплай.
1944 йылдың майында партизан отрядтары 3-сө Украина фронтының хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәре менән ҡушылып, Сороки ҡалаһын яулап ала, ошо мәлдә яҡташыбыҙ Белоруссия партизандар хәрәкәтенең баш штабына саҡыртыла: уға киләсәктә фашизм ҡоллоғонан азат ителәсәк Европа илдәрендә киң ҡоласлы партизан хәрәкәте йәйелдереү бурысы йөкмәтелә. Унда Д. Мурзин һуғыштан һуң Белоруссия компартияһының беренсе секретары һәм КПСС Политбюроһы ағзаһы булып эшләй. Артабан Башҡортостандың Кушнаренко районында, аҙаҡ Киевтан алыҫ түгел Святошино курорты урманында ойошторолған төрлө милләтле махсус партизандар мәктәбендә уҡый. Чехтар, словактар, поляктар, венгрҙар, румындар, немецтар, украиндар һәм башҡа милләт вәкилдәре менән бергә, ул сит илдә партизан хәрәкәтен ойоштороу тактикаһы, Көнсығыш Европа илдәренең фашизмға ҡаршы ниндәй шарттарҙа һуғышыуы, ундағы халыҡ партиялары, патриотик көстәр, шул халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, телдәре, байрамдары, географик шарттары хаҡында лекциялар тыңлай.
Партизан мәктәбендә Д. Мурзин Чехословакияға китергә теләк белдерә. Бында уға партизандар отряды ойоштороу, Совет армияһы килгәнсегә тиклем Шернерҙың бер миллионлыҡ ғәскәренең көсөн ҡаҡшатыу, Словакия менән Моравияла халыҡ ихтилалдарын әҙерләү, йыйып әйткәндә, дошман ҡулында ҡалған ауыл-ҡалаларҙа партизан һуғышы йәйелдереү, диверсия төркөмдәре ойоштороу, фашистарҙың ҡорал келәттәрен, тимер юлдарын шартлатыу, коммуникацияларын сафтан сығарыу, фашизмға ярҙам итеүсе һатлыҡ йәндәрҙән үс алыу, гитлерсыларға түҙеп тора алмаҫлыҡ шарттар тыуҙырыу кеүек үтә лә яуаплы бурыстар йөкмәткелә.
Ян Жижка бригадаһының
барлыҡҡа килеүе1944 йылда Польшаға, Венгрияға, Румынияға, Югославияға, Чехословакияға тәүге парашютсылар төшөрөлә, улар араһындағы иң күп отряд чехтарҙан һәм словактарҙан тора: 64 отрядта – 1353 кеше. Улар партизан отрядтары ойошторорға тейеш була. Д. Мурзин төркөмө Словакияның Склябино ауылына яҡын ергә 1944 йылдың 31 август төнөндә килеп төшә — бөтөнөһө 21 парашютсы. Алға китеп шуны әйтәйем: Интернет материалдарында, шулай уҡ Д. Мурзинды яҡшы белгән Н. Асанбаевтың эссеһында ла, был тәңгәлдә хата киткән. Н. Асанбаев, мәҫәлән, 22 кеше тип яҙа, Интернет материалдарында 21 тип тә, 22 тип тә фараз итәләр. Дөрөҫө — 21 кеше. Парашютсыларҙың тулы исемлеген мин Ярослав Даниэлдың “Ян Жижка исемендәге Чехословакия партизандары: ғаиләләре менән яугирҙәр” тигән очеркында уҡыным. Унда хатта парашютсыларҙың артабанғы яҙмышы һүрәтләнә: мәҫәлән, диверсия һәм разведка төркөмө етәксеһе Франтишек Ралбовский урлашҡаны өсөн 1944 йылдың 10 октябрендә атып үлтерелә, ә икенсе разведка һәм диверсия төркөмө етәксеһе Йозеф Немец 1945 йылдың 6 февралендә батырҙарса һәләк була. Шулай итеп, Совет илендә тулы әҙерлек үткән 21 кеше, штаб начальнигы урынбаҫары Мартин Валаштиак, рота старшинаһы Онджей Мелек, ашнаҡсы Ян Колоджей, Михал Дупкала, Штефан Петруш, Ян Сегеч, Йозеф Михалек, Франтишек Ткач, Михал Масарик, Йозеф Немец, Ян Счур, Франтишек Ралбовский һәм совет разведчиктарынан командир урынбаҫары Павел Морозов, Саҡмағош егете хәрби врач Мирғәли Латипов, радист Александра Тимохина, Владимир Кучинский, 14 йәшлек “тәжрибәле” партизан Валентин Николаев, сәйәси комиссар Александр Турский, өлкән радист Владимир Коломацкий һәм Даян Мурзин үҙе була. Быларҙың барыһын да ни өсөн яҙа тиһегеҙме? Д. Мурзиндың хәрби тормошо әлегәсә тарихсылар, әҙәбиәтселәр тарафынан ныҡлап тикшерелмәгән. Әлеге яҙмамда иһә мин яҡташыбыҙ эшмәкәрлегенең асыҡланмаған яҡтарын билдәләргә тырышам. Склябиноға төшкәс тә ошо ауылдың 200 кешеһе, Киевтан 22 десантсы, концлагерҙан ҡасып тауҙарҙа йәшенеп йөрөгән элекке хәрбиҙәр, хатта араларында ҡара тәнле бер нисә Америка летчигы ла була, барыһы 315 кеше Мурзинға ҡушыла. Ушияк-Мурзин отряды күп тә үтмәй Мартин, Врутек, Стречна ҡалалары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, үҙҙәренең төп эшенә тотона.
Словакия тауҙары, протекторат урмандарында Ян Жижканан тыш “Власть”, ”Мистр Ян Гус”, “За Прагу!”, “Доктор Мирослав Тирш”, “Ян Коменский”, ”Ермак” кеүек бригадалар ҙа хәрәкәт иткән, ләкин улар араһында иң ҙурыһы һәм иң көслөһө словак Ян Ушияк етәкселегендәге Ян Жижка бригадаһы була. Һатлыҡ йән Дворжак арҡаһында Ушияк һәләк булғас, бригадаға командалыҡты Даян Мурзин ала. Ян Жижка бригадаһы өс мең кешегә еткәс, ул бригаданы отрядтарға, отрядтарҙы төркөмдәргә бүлеп хәрәкәт иттерә. Сөнки протекторатҡа төркөмләп инеү, төркөмләп һуғышыу күпкә ҡулайлыраҡ тип табыла, йәмғеһе биш үҙаллы төркөм барлыҡҡа килә.
Тәүге төркөмгә Петр Будько етәкселек итә, улар Визовицы, Всетин ҡалалары тирәһендә һуғыша; икенсе төркөм командиры булып элекке летчик Иван Степанов тәғәйенләнә, ул Злин, Голешов тирәһендә алыша. Өсөнсө төркөм Ян Искра етәкселегендә Велеград, Галеноквице тирәһендә хәрәкәт итә, дүртенсеһе Богуш командирлығында Угерский Брод, Лугачовице тирәләй немецтарҙы туҡмай, ә бишенсе төркөмгә Ольга Франтишкова етәкселек итә, ул Кромежиж, Угерске Градиште районында һуғыша.
Быларҙан тыш, тауҙарҙа үҙаллы хәрәкәт иткән тиҫтәләрсә башҡа төркөм булған. Октябрҙә Моравияға Чехословакияның элекке президенты Э. Бенеш етәкселек иткән “Вольфрам” төркөмө парашютсылары ташлана — уға чех милләтле капитан Йозеф Отиск командалыҡ итә. Һуңғараҡ П. В. Федоров етәкселегендәге тағы ла 10 совет парашютсыһы (“Фаустов” төркөмө) , М. И. Савельевтың доброволецтарҙан һәм концлагерҙан ҡасҡан тотҡондарҙан торған (16 кеше) өҫтәмә төркөмө ташлана. Украина партизандар штабы төркөмдәрҙең барыһына ла Моравияға үтеп инергә, дошман юлын быуырға, Совет армияһы килгәнгә тиклем 2700 орудиеһы һәм 2200 танкыһы булған генерал-фельдмаршал Шернерҙың көсөн ҡаҡшатырға, тимер юлдарын, ҡорал келәттәрен шартлатырға, отрядтарҙағы партизандарҙың именлеген һаҡларға, өҫтәмә яңы бригадалар барлыҡҡа килтерергә, Чехословакияның иң эре ҡалалары Прага, Брно, Всетин, Острава, Банска-Быстрицала халыҡ восстаниелары күтәрергә бойора. Был ваҡытта Ҡыҙыл Армия Словакия сигенән 10-15 саҡрым ғына була, хатта туптар шартлағаны ишетелеп тора.
1944 йылдың 21-22 сентябрендә Ян Жижка бригадаһы үҙәктән Велки Карловицы ҡалаһына яҡын урында протекторатҡа үтеп инергә бойороҡ ала һәм ошо йөкләмәне үтәү маҡсатында 28-29 сентябрҙә диңгеҙ кимәленән 1600 метр бейеклектә ятҡан Княгиня тауы итәгенә килеп урынлаша. Шартлатылған вагондар, йөк машиналары, күперҙәр, юлдар, туннелдәр... Ошо йылдың аҙағында Мурзин, Егоров, Белик, Кветинский, Садиленко, Шукавеның диверсион эштәре, А. Невский, И. Сталин исемендәге бригадаларҙың, Кветинский, Шукаев, Ракоси һәм Сандора отрядтарының немец фашистарына ҡаршы алып барған уңыштары “Тыныслыҡ өсөн!” миҙалы менән баһалана. Әлбиттә, партизандар яғынан да ҡорбандар күп була. Иң мөһиме – 1944 йылда Словакияның Склябино ауылына яҡын ерҙә төшкән совет парашютсылары ойошторған Ян Жижка бригадаһы немецтарҙың күҙ көйөгөнә әйләнә. “Германияның айырылмаҫ өлөшө” тип иғлан ителгән протектораттағы тауҙарҙа үҙенә тынғы бирмәгән Ян Ушияк менән Даян Мурзинды Гитлер “бандиттар”, ә партизандарҙы “Ушияк-Мурзин бандиттары” тип атай, уларҙың ғүмере өсөн миллион марка вәғәҙә итә.
Һатлыҡ йәндең иле юҡ...Шулай итеп, Ян Жижка бригадаһы немецтарҙың иң ҙур дошманына әүерелә. Шуға протекторат хужаһы Карл Герман Франк, бригадаға ялған партизандар индереп, уны тар-мар итергә була. Бының өсөн бригадаға “Франц Брин”, “Большая Франта”, “Шмидт” ҡушаматтарын йөрөткән Франт Дворжак, полковник Коближек, Олджих Батя кеүек иң ҡурҡыныс, иң оҫта гестапо разведчиктарын әҙерләй. Шул һатлыҡ йәндәр арҡаһында партизандар күп еңелеүгә осрай ҙа инде, етмәһә, урындағы халыҡтың 5 меңе үҙе теләп немецтарға ҡушыла, тағы ла шул тиклем үк һатлыҡ йән Глинков гардистары булып яҙылып партизандарға ҡаршы һуғыша. Урындағы һатлыҡ йәндәр тураһында Карл Рихтер үҙенең “Азатлыҡ яулаусылар” исемле китабында һүрәтләүенсә, Мурзин менән Ушияк разведчиктары ике төркөмгә бүленеп хәрәкәт иткән. Икенсе төркөмгә “Стажик” (Старик) ҡушаматлы Йозеф Вавра тигән чех етәкселек итә — Моравияға ул ротмистр чинында килә. Й. Вавра һөнәре буйынса урмансы, урмансылар әҙерләү техникумында уҡый, 1936 йылдан “Аграрсылар” партияһында тора. Ябай ғаиләнән сыҡҡан был кеше һуғышҡа тиклем үк Словакияға Моравияны ҡушыу хыялы менән йәшәй, ул хатта был турала Гитлерҙың үҙенә хат яҙа. Й. Вавраның хыялы һуғыштан һуң ғына тормошҡа аша: яңы Чехословакия тигән дәүләт барлыҡҡа килә. Һуғыш ваҡытында иһә Гитлер Словакияны Чехословакиянан айырып алып, Германияға ҡушып, унан үҙаллылығы сикләнгән протекторат яһай. Ян Жижка бригадаһына оялаған Й. Вавра артабан Д. Мурзиндың ышанысын яулай, бер үк ваҡытта Вена нацистары, Германия шпиондары, иң уҫал гестапо конфиденты Ладислав Навак менән бәйләнеш тота. Уларға төрлө мәғлүмәттәр ебәреп тора. “Стажик” ҡанһыҙлығы менән айырылып торған, ул айырыуса йәһүд милләтле партизандарға, хатта антифашист булһа ла, немец тотҡондарына ҡарата ҡанһыҙ-хаяһыҙ булған, уларҙы ҡот осҡос язаларға дусар иткән, күрә алмаған. Партизандарға ла, гестапоға ла ярай белгән был әҙәмгә һуңынан немецтар дәрәжәле эш бирә — ябай урмансы мәғариф инспекторы булып китә.
Й. Вавраның гестапо конфиденты икәнлеген белеүселәр аҙ булмай. Шундайҙарҙың береһе – Ян Касьян исемле водитель. Бер ваҡыт уға үҙҙәрен Ян Жижка “партизандары” тип танытҡан “Стажик”, Шалек һәм Дворжак исемле өс һатлыҡ йән гестапоға илтергә ҡуша. Касьян башта аптырап ҡала, хатта ҡаушай. Быны күргән конфиденттар артығын ысҡындырып ташлауҙарын аңлап алып, икенсе көндө Урта Бычвала әлеге егетте эҙләп таба ла атып китә. Был хәл тураһында Ушияк менән Мурзинға еткерелә. Улар мәсьәләне асыҡлау өсөн махсус кешеләр ебәргәс, “Стажик”тың ысынлап та Дубнице ҡалаһында гестапо кейемендә поездан төшкән кешеләрҙең документын тикшереп йөрөгәнен әйтәләр. Алғараҡ китеп шуны билдәләйек: һуғыштан һуң был өсәүҙе судҡа бирәләр, ләкин йылғыр, белемле гестапо конфиденттары “дуҫтар”ының ярҙамы арҡаһында һыуҙан ҡоро сыға. Был өс “ялған партизандан” Ян Жижка бригадаһы күп ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, ғәйепһеҙгә ғүмер ҡыйыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр күрә, Дворжак арҡаһында бригаданың тәүге командиры Ян Ушияк һәләк була. Һуғыштан һуң Й. Вавра ҡотолоп ҡала, ә Олджих Батяны аҫырға хөкөм итәләр. Әле мин бер һатлыҡ йәндең тормошо һәм партизандарға ҡаршы нисек көрәшеүе хаҡында ғына һөйләнем, ә улар бригадала берәү генә булмаған.
Гестапо партизандарға ярҙам иткән халыҡҡа айырыуса аяуһыҙ булған: бәләкәй генә ғәйеп өсөн дә кешеләрҙе атҡандар, язалағандар, аҫҡандар. 1944 — 1945 йылдарҙа ауыл-ҡалаларҙа аҫылған партизандар тороуы ғәҙәти хәл иҫәпләнгән. Тик 1944 йылдың ноябрендә генә Братиславала 12937 кеше язалана, 2237 кеше атыла, 9505 кеше концлагерҙарға ебәрелә. Концлагерҙарға оҙатылған 14 826 словак йәһүде лә һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Партизандарға ярҙам иткән Словакия һәм протекторат ауыл-ҡалаларында 5300 кеше үлтерелә, йәштәр, студенттар Германия оборонаһы өсөн эшкә ҡыуыла, карателдәр алты ауылды яндырып көлгә әйләндерә, кешеләрен утҡа ташлай: улар араһында партизандарға ярҙам иткән Лидице, Лежаки, Прлов, Плоштино ауылдары ла бар. Һуғыш тамамланғас, ғәйепһеҙгә атып күмелмәгән кешеләрҙе 210 табутҡа һалып Туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр.
Ә хәҙер Ян Ушияктың нисек һәләк булыуына киләйек. Протекторат хужаһы К. Франк власовсылар менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй, уларҙы гестапо конфиденты сифатында файҙалана. Чехословакияның коммунистар партияһы ағзаһы сифатында ялған документтар эшләтеп махсус әҙерлек үткән был “партизандар” арҡаһында бригаданың иң аҫыл егеттәре Грековский, Долинов, Жуков, командир Ян Ушияк һәләк була.
Ян Ушияктың ғүмере Дворжактың намыҫында. Ул, Бескид тауҙарындағы Чертов Млынь тигән ерҙә ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәре ойошмаһының етәксеһе менән бәйләнешкә инәбеҙ, тип алдап, засада ойоштора. Даян Мурзин да шунда була. Командирҙарҙың икеһе лә аяҡтан яралана, сөнки немецтар уларҙы тереләй алырға теләй. Әммә Мурзинды урмансы Ян Ткач ҡотҡара, Ушияк та иҫән ҡала. Уны иһә Челадьелағы урмансы О. Махандра йәшерә. Ләкин хәйләкәр Дворжак барыбер эҙләп таба һәм Ушияк янына гестапо һалдаттарын алып килә. Дошмандарға тереләй бирелмәҫ өсөн бригада командиры үҙен үҙе атып үлтерә. Унан һуң Ян Жижканың партизандар бригадаһына етәкселек итеү Даян Мурзин ҡулына күсә.
Мурзиндың ҡотҡарыусыһы Ян Ткачтың ҡыҙы Мирослава Каштовская 2011 йылда биргән интервьюһында бына ниҙәр һөйләй:
“Мин 1931 йылда Горный Бычва менән Челадна тауҙары араһында ултырған Знайка ауылында тыуғанмын, Ян Жижка бригадаһы партизандарын 1944 йылдан беләм. Мурзин 1944 йылда уҡ үҙ төркөмө менән беҙгә килде. Ҡайһы берҙә иптәштәре менән дә килеп йыуынып, тамағын туйҙырып китә торғайны. Гестапо 13 мең һалдаттан торған “Татра” операцияһын башлағас, беҙҙе күҙәтә башланылар. “Бескид тауҙарындағы партизанмын” тип, өйөбөҙгә Эмиль Мирон исемле кеше килә башланы, миңә ул саҡта 14 йәш ине. Ул минән дә күп тапҡыр һорау алды, тик мин, беҙҙә сит кешеләр булмай, тип әйттем. “Татра” операцияһы башланды, карателдәр бар урман-тауҙы ентекле тикшерҙе, шиклеләрҙе атты йә иһә Брно төрмәһенә бикләне. Атайымдың бер туған ағаһы Франтишек Ткачты ла ҡулға алдылар”.
(Дауамы. Башы 85-се һанда).