ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ08.05.2015
Әсәйҙеке балағамы?
Әсәйемдең хосусилашты­рылмаған фатиры миңә мираҫҡа ҡала аламы?
Роберт.
Ҡариҙел районы.

Юҡ, сөнки муниципаль күсем­һеҙ милекте мираҫ рәүешендә ҡабул итеп булмай. Бының өсөн әсәйегеҙ фатирын хосусилаш­тырырға тейеш. Єлегә был эште бушлай атҡарырға мөмкин. Шуға форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ.

Ћәр эштең –
үҙ нескәлектәре


Магазинда ревизия барған осорҙа бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә эшкә сығаралар, әммә был ваҡыт өсөн бер тапҡыр ҙа, исмаһам, түләнгәне юҡ. Хеҙмәт хаҡын һатылған тауар өсөн алынған аҡса күләменә ҡарап ҡына бирәләр. Был дөрөҫмө?
Зиләрә.
Белорет ҡалаһы.

Ревизия үткәреүгә киткән ва­ҡыт та эш көнө тип һанала. Шуға етәксегеҙ был осор өсөн аҡса түләргә бурыслы. Рәсәйҙең Хеҙ­мәт кодексында эш күләменә ҡарап аҡса алған хеҙмәткәр­ҙәр­ҙең ревизия осоро өсөн хеҙмәт хаҡын нисек алыуы тураһында әйтелмәй. Бындай осраҡ коллектив договорҙа, етәксе менән килешеүҙә йәки берәй эске норматив актта сағылырға тейеш. Мәҫәлән, эш хаҡын түләү тураһындағы положениела. Бынан тыш, хеҙмәт договорында ла эш өсөн түләү шарттары ҡаралған (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 135-се статьяһы). Өҫтәүенә етәкселек ғәйебе менән тауар һатмаһағыҙ, норманы үтәй алмаһағыҙ, хеҙмәт хаҡы уртаса айлыҡ түләүгә ҡарап бирелергә тейеш (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 15.5-се статьяһы).

Берәү өсөн икеләтә

Милеккә һалым түләү өсөн квитанция килтерҙеләр. Иң аптыратҡаны – унда ике фатир күрһәтелгән, ысынбарлыҡта берәүһе генә минеке! Ни эшләп кемдеңдер милке өсөн мин түләргә тейеш?
Данияр.
Өфө ҡалаһы.

Күрәһең, бында ниндәйҙер хата кит­кән. Уны төҙәтеү һәм киләсәктә ошондай ҡағыҙҙарҙың килеүен туҡтатыу өсөн һалым органдарына барырға тура килер. Инспекция етәксеһенә хәлде асыҡлауҙы һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Ћеҙгә 30 көн эсендә яуап бирергә тейештәр. Єгәр ул килмәһә, респуб­ли­каның һалым идаралығына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА
алып бара.



Вернуться назад