Дауахана күсерелмәй08.05.2015
Баймаҡ районының Урғаҙы ауылы халҡы 5 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән урындағы дауахананың йүнәтеү маҡсатында ябылып, уның базаһы Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының дөйөм ятағына күсереләсәге хаҡында борсолоп хат яҙған ине.

Был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү өсөн редакция район хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.
Йылайыр участка дауаханаһы бинаһының иҫкереүен, шуға ла хеҙмәтләндереүгә байтаҡ сығым китеүен, ошо сәбәпле уны дөйөм ятаҡ бинаһына күсереү күҙал­ланыуын бер кем дә инҡар итмәй, тиелә рәсми яуапта. Әммә 14 февралдә Баймаҡ районы хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Радмир Иҫәнбаевтың, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Миңлеғәле Ғүмәровтың Урғаҙы ауылы халҡы менән үткәргән осрашыуынан һуң дауахананы күсермәҫкә килешелгән.
Хатта телгә алынған йәнә бер хәлгә – Темәс неврология интернаты пациенттарын күсереүгә – ҡағылышлы ла яуап ыңғай: интернат үҙ урынында хеҙмәтләндереүен дауам итәсәк.

Балалар баҡсаһы
өй туйлаясаҡ


Ғафури районының Юлыҡ ауылынан килгән коллектив хат “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһының киләсәгенә ҡағылышлы ине.

Яуаптан күренеүенсә, урындағы хакимиәт, белем биреү ойошмалары селтәрен ҡулайлаштырыу программаһына ярашлы һәм сығымдарҙы кәметеү маҡсатында, балалар баҡсаһын мәктәп бинаһына күсереү тәҡдимен ризалыҡ менән ҡабул иткән. Ике ҡатлы, яҡшы йыһазландырылған мәктәптә кескәйҙәргә лә урын табыласағын белдерә етәкселек. Йыл дауамында бүлмәләр санитария, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына, башҡа уңайлыҡтарға тап килтереп үҙгәртеләсәк. Ата-әсәләр менән үткәрелгән йыйылышта 21 ҡултамға менән ризалыҡ белдерелгән – балалар баҡсаһы мәктәп бинаһында урын аласаҡ.

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.




Вернуться назад