“Етмешенсе яҙ...” викторинаһында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!08.05.2015
Себеште көҙ һанайҙар, тиһәләр ҙә, вәғәҙә итеүебеҙсә, “Етмешенсе яҙ...” викторинаһы еңеүселәрен яҙ уҡ барларға ҡарар ҡылдыҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Еңеү көнөн билдәләүгә әҙерлек уңайынан “Башҡортостан” гәзите 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандары советының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә “Етмешенсе яҙ...” тип аталған викторина иғлан иткәйне. Ярыш өс этапта уҙҙы. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлына һәм ул етәкләгән ғәскәрҙең шанлы үткәненә арналды. Икенсе этап һорауҙары Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә индергән өлөшөнә ҡағылышлы ине. Өсөнсө этапты иһә бер аҙ киңерәк алырға ҡарар иттек: “Бөйөк Ватан һуғышы — башҡорт әҙәбиәтендә” тип атаныҡ.

Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: викторина гәзит уҡыусылар араһында шул тиклем ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятыр тип һис көтмәгәйнек. Дуҫтарыбыҙҙың әүҙемлеге, тарихҡа битараф булмауҙары, ҡыҙыҡ­һыныусанлығы берсә шатландырҙы, берсә ғорур­ландырҙы. Иң һөйөнөслөһө — башланғысыбыҙҙы мәктәп уҡыусылары дәррәү күтәреп алды. Уларҙың реферат итеп эшләп ебәргән эштәре үҙе генә ни тора! Ә бына Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусылары Айгөл менән Альберт Хәйруллиндарҙың хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ. Викторина яуаптарын улар фотолар менән биҙәп, презентация рәүешендә эшләп ебәргән. Афариндар!
Бәйгелә оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районынан 83 йәшлек дуҫыбыҙ Факиһа Низаметдиноваға айырым рәхмәт. Инәй һәр этапҡа яуаптарын беренселәрҙән булып ебәреп торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, викторинаның тәүге этабына дәррәү ҡушылып та, һуңынан ниңәлер туҡтап ҡалғандар ҙа булды.
Бәйге ҡағиҙәләренә ярашлы еңеүселәр өс этапта ла ҡатнашҡандар араһынан ғына һайлап алынды. Һорауҙарға килгәндә, килешәбеҙ, уларҙы бик еңел тип әйтеп булмай. Эҙләнергә, уҡырға, өйрәнергә кәрәк ине. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында күптәр ҡасан, ни өсөн һәм кем Шайморатовҡа алтын сәғәт бүләк иткәнен белмәй икән. Дөрөҫ яуап: 1921 йыл. Корпус командиры Ока Городовников диск ырғытыу буйынса бәйге ойоштора. 315 кеше араһында Шайморатов иң мәргәне булып сыға. Шуның өсөн О.И. Городовников уға алтын сәғәт бүләк итә. Өсөнсө этапта “Билдәле башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы, “Разведчик яҙмалары” повесы авторы” тигән һорауға ла күптәр дөрөҫ яуап бирә алмаған. Дөрөҫ яуап: Миҙхәт Ғәйнуллин.
Ә хәҙер иң тулҡынландырғыс мәл етте — еңеү­селәрҙе билдәләйбеҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: иң-иңдәрҙе айырып күрһәтеү еңел булманы. Шуға күрә баһалама ағзалары призлы урындарҙы беренсе-өсөнсөгә бүлмәҫкә ҡарар итте — бер гран-при, иң юғары балл йыйғандарға рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Шулай итеп, гран-при Фәрит РӘМОВҡа (Йылайыр районы) бирелә.
Еңеүселәр:
Ғаяз Мырҙаҡаев (Миәкә районы),
Сулпан Исламғәлиева (Илеш районы),
Гөлфирә Ғәскәрова (Дәүләкән районы),
Нәсимә Хәсәнова (Туймазы ҡалаһы),
Азат Аҙнабаев (Ишембай ҡалаһы),
Гәрәевтәр ғаиләһе (Әлшәй районы),
Салауат индустриаль колледжының “Патриот” клубы ағзалары (Салауат ҡалаһы),
Айгөл менән Альберт Хәйруллиндар (Туймазы ҡалаһы),
Вәсилә Әмирова (Күгәрсен районы),
Ғәли Фәхретдинов (Баймаҡ районы),
Фидат Юнысов (Ҡырмыҫҡалы районы),
Фәриҙә Ситдиҡова (Учалы районы),
Факиһа Низаметдинова (Ҡырмыҫҡалы районы).
Дәртләндереү призы (рәхмәт хаты һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына бушлай барыуға сертификат):
Луиза Ғәлиева (Илеш районы),
Илһам Ғилемханов (Илеш районы),
Нурзиә Мырҙагилдина (Белорет районы),
Гөлнар Асҡарова (Белорет районы),
Нурулла Миһранов (Белорет районы),
Зөлфиә Ғилманова (Бәләбәй ҡалаһы),
Дания Хәбирйәнова (Сибай ҡалаһы),
Венера Мәһәҙиева (Әбйәлил районы),
Светлана Ризуанова (районы күрһәтелмәгән),
Элена Сәхибгәрәева (Илеш районы),
Рәмзиә Дәүләткирәева (Учалы районы),
Эльмира Насирова (Баҡалы районы),
Миләүшә Моратшина (Өфө ҡалаһы),
Флүзә Муллағолова (районы күрһәтелмәгән),
Зөбәржәт Йәғәфәрова (Бөрйән районы),
Вәзимә Мәжитова (Бөрйән районы),
Әлиә Хисаметдинова (Бөрйән районы),
Мөсәниф Шәкүров (Йәрмәкәй районы),
Райхан Иҙрисова (Ейәнсура районы),
Сәлимә Ишморатова (Ауырғазы районы),
Фәүзиә Аҡҡолова (Ишембай ҡалаһы),
Мәләүез районындағы Восточный урта мәктә­бенең VI класс уҡыусылары.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм 8(347) 272-35-20 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.

Ойоштороу комитеты.



Вернуться назад