Нигеҙ таштарын йылдар төптә ҡалдырып, өҫтөнә ҡый үләне, сирәм япҡан. Ҡайһы берҙәре генә мүкләнеп, ҡасандыр бында ауыл булғанлығын һөйләй төҫлө. Ситтән ҡарағанда уйҙым-уйҙым кесерткән, алабута, әрем, дегәнәк үҫкән “утрауҙар”ҙы хәтерләтә был урын. Зыярат менән дә ошо уҡ хәл тиерлек, тик ара-тирә яңы ҡәберҙәр күренә. Эйе, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауыл зыяратына бынан сығып киткән һуңғы яҡташтарын алып ҡайталар.
Был — Манат ауылы зыяраты. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәриф Манатовтың тыуған ауылы. Ҡурған өлкәһенең Әлмән районына ҡарар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “перспективаһыҙҙар” осоронда, бөгөн иһә үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡулайлаштырыу мәлендә бөткән, бөтөүгә дусар ителгән Рәсәйҙең тиҫтәләгән мең ауылдарының береһе ул. Урынын белер өсөнмө, зыяратҡа табан юлды онотмаҫҡамы, оло юлдан ситтә кемдер торба ултыртып, ҡалай киҫәге йәбештергән дә “Манат” тип яҙып ҡуйған. Ҡәберҙәрҙең ҡайһы берҙәре ташында ла “Манатов” фамилиялары бар.
Был изге урын Һамар өлкәһенә ҡараған Ырғыҙ йылғаһы буйында. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған ауылы Хәсән ул. Ике генә өй һерәйеп ҡалған. Береһендә өйләнмәгән ағалы-ҡустылы йәшәй, икенсеһендә — ситтән килгән Урта Азия халҡы вәкилдәре. Ҡасандыр яҙыусы донъяға ауаз һалған йорт нигеҙен ҡарайбыҙ, мәсет, мәктәп...
Ил буйынса меңдәрсә ауыл бөтә, бөтөү алдында... Ни өсөн автор ошо икеһен генә атаны икән, тиер бәғзе берәү. Әлбиттә, барыһын да телгә алғы килә. Тик уның өсөн бер мәҡәлә түгел, һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылда юҡҡа сыҡҡан 23 меңен исемләр өсөн генә лә томдар кәрәк булыр ине. Ә Совет осороноң “перспективаһыҙ”ын алһаҡ, унан да күберәк. Манат менән Хәсәнде атауым шунан ғибәрәт: шәхестәрҙең күпселеген ауыл тәрбиәләй. Рухи шишмәбеҙ ошонда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тамырыбыҙ ошо бәрәкәтле ерҙән һут ала. Тимәк, ауылдарҙың юҡҡа сығыуы барлыҡ халыҡтарҙың да тарихи асылын юғалтыуына килтереүе мөмкин. Йөҙөбөҙҙө әле Европаға, әле Азия яғына борғолаһаҡ та, киләсәктә лә Рәсәй күп милләтле халыҡ йәшәгән аграр ил булып ҡаласаҡ. Беҙҙең көсөбөҙ ҙә шунда — Ергә берегеүебеҙҙә!Барыһы ла
етәксегә бәйлеЙыш ҡына илдә демографик хәлдең ҡырҡыу тороуы тураһында һөйләйбеҙ, ғалим, сәйәсмәндәр, башҡа белгестәр яр һала: был йәһәттән ҡыйралыр хәлдәбеҙ, фәлән дә фәсмәтән. Эйе, Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йәштәргә ярҙам йөҙөнән төрлө программалар ҡабул ителә. Рәсәй тарихында бер ҡасан да булмағанса әсәлек капиталы булдырылды. Тик... Быларҙың барыһы ла тиерлек чиновник тупһалары аша атлағанда, документ юллағанда, башҡа төр яһалма ҡаршылыҡтар, аралашсылар “ярҙамы”нда бушара килә. Һис йәшерен түгел, тәғәйен кешегә барып еткәнсе “тунала” тора. Шуға һөҙөмтәһе әллә ни һиҙелмәй ҙә һымаҡ. Әсәлек капиталы булдырылған заманда, ысынлап та, балалар тыуыуы һиҙелерлек артты. Ләкин йылдар үтә торҙо, капитал күләме күтәрелһә лә, тыуыусылар һаны арта барманы. Сәбәбе уның күп. Иң төп сәбәбе, моғайын, шундалыр: беҙҙә буласаҡ атай, әсәй тәрбиәләү мәктәбе бөттө тиерлек. Өләсәй, әсәй, ҡыҙ бәйләнеше, күсәгилешлелек өҙөлөү алдында. Ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыу елдәре нәҡ бәләкәй ауылдар өҫтөнә ябырыла. Һылтауҙар ҙа табыла: балалар һаны аҙ — мәктәп ябыла, кеше етмәй — фельдшер пункттарына йоҙаҡ эленә, әлегә тиклем эш урыны итеп тотоп килгән фермалар юҡҡа сыға. Күп, бик күп сәбәптәр.
Һүҙҙәр ҡоро булмаһын өсөн бер аҙ һандарға туҡталайыҡ. Интернет селтәрҙәренән алынһа ла, улар “Росстат”, 2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, “Российская газета” (2014, 284-се һан) мәғлүмәттәре, башҡа сығанаҡтар буйынса бирелгән.
Рәсәйҙең социаль үҫеш һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Владимир Стародубов әйтеүенсә, һуңғы 10 йыл эсендә Рәсәй халҡы 9 миллион кешегә кәмегән. Тотош ауылдар, бәләкәй ҡалалар кешеһеҙ ҡала бара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, 13 йыл эсендә илдә 11 мең ауыл, 290 ҡала юҡҡа сыҡҡан, ә 13 мең ауыл әлегә картала бар, ләкин халҡы юҡ. Һәр көн һайын ике ауыл Ер йөҙөнән юҡҡа сыға тип иҫәпләнә. Тыуымдың аҙ булыуы, кешеләрҙең йәшәгән урындарын ташлап китеүе менән бер рәттән, йәштәр ҡалмай, һөҙөмтәлә ауылдар ҡартая. Шундай парадокс килеп сыға: ҙурыраҡ ауыл, район үҙәктәре саманан тыш ҙурая, киңәйә. Ә бит һыу, газ үткәреү, эсәр һыуҙы еткереү уның һайын ҡатмарлаша. Ошо иғтибар бәләкәй ауылдарға булһа, бәлки, улар юҡҡа сыҡмаҫ, халыҡ мал-тыуар аҫрап, ҡорт тотоп та йәшәр ине. Миҫалға Күгәрсен районының Тирмән ауылын килтереү ҙә етә. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың, урындағы башҡа етәкселәрҙең тырышлығы менән бер генә өйлөк ауылға юл үткәрелеүе була, унда ун бер йорт ҡалҡып та сыға. Бағаналарҙа электр уты яна, зыярат кәртәләнгән. Шулай уҡ бөткән Сығырыш ауылы тергеҙелеп ята. Барыһы ла етәксегә бәйләнгәнлеген ошолар ғына ла һөйләмәйме ни?
Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу ғына ҡотҡарасаҡСиләбе өлкәһе этнографы Владимир Теплов “Рәсәй ауылдарының Хәтер китабы”н төҙөй башлай. Башҡортостан, Пермь крайы, Себер тарафтары, Сыуашстан, башҡа төбәктәрҙе үтә. Ғалим билдәләүенсә, иң аяныслы хәл Киров өлкәһендә икән. Унда 17 мең ауылдан 5 меңе генә тороп ҡалған, тип әсенә ул. “Кешеләргә ауылда, бигерәк тә Көньяҡ Урал, Башҡортостан һымаҡ гүзәл тәбиғәтле ауылда йәшәүе тыныс, шул уҡ ваҡытта файҙалы икәнен аңлатырға кәрәк, — ти этнограф. Һуңынан былай тип өҫтәй: — Рәсәй Америка ла, Израиль дә түгел. Беҙҙең үҙ юлыбыҙ бар...”
Сербский исемендәге дәүләт ғилми үҙәгенең эпидемиология һәм психик һаулыҡ проблемалары бүлеге етәксеһе Борис Положий әйтеүенсә, 1990 йылдан башлап 2010 йылға тиклем илдә 800 мең рәсәйле үҙ-үҙенә ҡул һалған. Аборттар һаны, ата-әсәһе балаларын ташлап китеү буйынса ла донъяла беренселәрҙән һаналабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың уртаса йәш айырмаһы 13 йыл булһа, ирҙәрҙең йәше 58,8 иҫәпләнә. Аҙ йәшәүҙәренең төп сәбәбе — онкология, алкоголизм, йәрәхәттәр һәм ағыуланыу. Эскелек афәтенән үлеүселәр һаны һуңғы йылдарҙа 3,5 тапҡырға артҡан, ти белгестәр. Рәсми сәбәптәргә ир-ат елкәһенә һалынған ғаилә, ил мәнфәғәтен, ауыр эште лә өҫтәргә кәрәктер.
Һуңғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 142 миллион 857 мең кеше йәшәй. Рәсәйҙә уртаса йәш — 39. Һан яғынан донъяла 8-се урында торабыҙ. Илдең ҙурлығын иҫәпкә алһаҡ, был бик аҙ. Күп белгестәр, был йәһәттән илебеҙҙе тик ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу ғына ҡотҡарасаҡ, тип иҫәпләй.
* * *
Ауыл халҡын аҙ ғына булһа ла дәртләндереү, сәмләндереү маҡсатында “Башҡортостан” гәзите “Төпкөл” проектын булдырғайны. Тиҫтәләрсә ауыл тураһында яҙып сыҡтыҡ, тағы яҙылыр. Хәҙер иһә юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып, ауылдарыбыҙҙың яҙмышы тураһында ҡайғыртып, мөхәрририәт киләһе йылдарҙың береһен “Ауыл йылы” тип иғлан итеү өсөн сығыш яһай. Булдырылған, ҡабул ителгән программалар менән бер рәттән, теләгәндәргә тыуған төйәктәрен тергеҙергә, үҫтерергә мөмкинлек бирһәк ине. Ҡасандыр ата-бабабыҙ сикһеҙ далала, ҡара урмандар эсендә лә нигеҙ ташы һалған. Беҙ һуң, бөгөнгө быуын, уларҙан ҡайһы еребеҙ кәм?
Боронғо бабаларыбыҙ рухы шуны талап итә, киләсәгебеҙ ошоға өмөтләнә. Ҡый үләндәре баҫҡан баҡса, баҫыуҙар бөгөн һабан көтә. Мүкләнгән нигеҙ таштарында ла өй буралары күтәрерлек ныҡлыҡ бар...