Теләһәм – эшләйем, теләмәһәм – юҡ...08.05.2015
Теләһәм – эшләйем, теләмәһәм – юҡ... Нисәнсе йыл булғандыр, иҫләмәйем, атайымды йөрәк сире менән Өфөләге кардиоүҙәккә һалдылар. Бер көн килһәм, бүлек мөдире уны пыр туҙҙырып әрләй. Атайым, баҡтиһәң, көн дә иртән тороп урам таҙартыусыға ҡар көрәшә икән. Эшһеҙ ятырға өйрәнмәгән кешегә табиптың был әрләүе сафсата ғына булып күренә ине шикелле.

Бына хәҙер 75 йәшлек әсәйемә ҡарайым да хайран ҡалам: яңғыҙ йәшәүенә ҡарамай, кеше аптыратып, ҡолонло бейә, һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт тота. Уларҙың быуынының эште шул тиклем яратыуына аптырарһың. Көнбайыш пенсионерҙарының рәхәтләнеп ял итеп йөрөүен беләбеҙ, ә әсәйемде ҡалаға ҡунаҡҡа саҡырып та, берәй ял йортона ебәреп тә булмай: малын ҡалдыра алмай, йәнәһе. Үҙе аңлап тора: был малды бөгөнгө шарттарҙа тотоу иҡтисади йәһәттән отошһоҙ, пенсияһы етерлек, ә беҙҙең ялдың байтаҡ өлөшө бесән әҙерләшеп үтә.
Бөгөнгө йәштәр араһында көнөн эшһеҙ уҙғара алмағандарҙы табыуы еңелдән түгел. Көнө буйына, хатта эш урынында ла, уларҙың Интернеттан сыҡмай ултырыуы мөмкин, ә кәрәкле эшенә ҡулдары етмәй. Совет кешеһенең күпселеген “трудоголик” тип атап булһа, бөгөн тик һирәктәр генә, йәғни уникаль кешеләр генә был баһаға лайыҡ.
Халыҡтың күпселеге эшләргә яратмай. 2013 йылда Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец: “Беҙҙә хеҙмәткә һәләтле 86 миллион кешенең 48 миллионы ғына ҡайҙалыр эшләй, ә ҡалған 38 миллиондың ни менән шөғөлләнгәнен белмәйбеҙ”, — тип әйтергә мәжбүр булғайны. Яҡынса 1 миллион кеше эшһеҙ тип рәсми теркәлгән. Байтаҡ кеше “күләгә”лә, йәғни билдәһеҙ урындарҙа мәшғүл. Ә ун миллион ватан­дашыбыҙ, типһә тимер өҙөрлөк ир-ат, лайыҡлы хаҡ түләнмәүе арҡаһында эшкә урынлашырға ла теләмәй. Бизнес аҙ аҡсалы урындарға мигранттарҙы йәлеп итеүҙе өҫтөн күрә. Бына хәҙер пенсияға сығыу йәшен 63-кә тиклем күтәреү тураһында һүҙ ҡуйырталар. Тимәк, киләсәктә эш табыу тағы ла ауырыраҡҡа төшәсәк.
Хөкүмәтте 38 миллион кешенең яҙмышы ни өсөн борсоғанын аңларға була: улар ҡаҙнаға һалым түләмәй, әммә дәүләт тарафынан бушлай тәьмин ителгән уңайлыҡтарҙы – балаларҙы уҡытыу, медицина хеҙмәтләндереүе һ.б. – файҙалана. Был йәһәттән Беларусь президенты Александр Лукашенко күп уйлап торманы, үҙенең декреты менән әрәмтамаҡтарға ҡаршы йүнәлтелгән указ ҡабул итте. Шуныһы ҡыҙыҡ: был аҙымды беҙҙең илдә башлыса “кешене эшләтергә мәжбүр итеү сараһы“ тип баһаланылар. Ысынлап та, СССР Конституцияһы буйынса кешенең эшкә хоҡуғы гарантияланып ҡына ҡалманы, ә йәмғиәт өсөн файҙалы шөғөл граждандың мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләнде. Хәҙерге Конституцияла был хоҡуҡ тураһында яҙылған да ул, әммә һәр кемгә эш урынын тәьмин итеү тураһында ләм-мим. “Батька”ның указында ла эш урындары тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән, уның буйынса эшләмәй ятҡан әрәмтамаҡтар бюджетҡа күпмелер аҡса түләп торорға ғына тейеш.
Был ялҡаулыҡтың сәбәбе тураһында күп уйланғаным, байтаҡ кеше менән һөйләшкәнем бар. Аныҡ ҡына яуап юҡ. Уның бер сәбәбе – башҡарған хеҙмәт өсөн лайыҡлы әжер түләнмәү. Шул арҡала хәҙер эшкә урынлашырға теләүселәр юҡ хәлендә. Был йәһәттән коммунистар дөрөҫ тәрбиә алып барғандыр: даими ойошторолоп торған экологик шәмбеләр (хәҙер бит өмәгә кеше табып булмай!), ҡайһы берҙә улар урынына бер көнлөк эш хаҡын ниндәйҙер иҫәпкә күсереү уртаҡ эштең баһаһы артыуына булышлыҡ иткәндер.
Әммә был сараның ғына етмәгәнен аңлап, 1961 йылдың 4 майында әрәмтамаҡтарға ҡаршы тейешле указ да ҡабул иттеләр. Хәйер, уның талаптары 1982 йылда Юрий Андропов Генераль секретарь булып киткәс кенә етди үтәлә башланы. Артабан Горбачев менән Ельцин, киреһенсә, хеҙмәткә ҡарашты ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Элек депутаттар корпусында ябай хеҙмәт кешеһе өсөн айырым квота булдырылһа, бөгөн унда башлыса актер, йырсы, спортсылар өсөн генә урын табалар. Һис шикһеҙ, кәрәкле профессиялар, әммә уларҙың береһе лә ғәмәлдә продукт етештермәй, тимәк, производство тураһында уйлай ҙа алмай. Халыҡты алдап булмай шул: күпме эшлә-эшләмә, тормошта барыбер бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡһың. Шунлыҡтан һәр ата-әсә балаларының киләсәген физик хеҙмәт менән бәйләргә теләмәй. Хөкүмәт эшсе профессияларҙың абруйын арттырырға нисек кенә тырышмаһын, кеше күреп тора: был сара бизнес мәнфәғәтендә генә атҡарыла бит. “Хеҙмәт Геройы” исемен, Почет таҡтаһын кире тергеҙеп кенә хеҙмәткә ихтирам тыуҙырыуы икеле. Элек лаҡап рәүешендә оло быуын вәкилдәре бейеүсе, йырсы, актер профессияларын һөнәргә һанамай торғайны, хәҙер хатта рэкетирға хас коллектор тигән профессияға ла рәсми уҡытыуҙы хуп күрәләр.
Һәр нәмә, мәҫәлән, даими йүгереү, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү ҙур тырышлыҡ талап иткән һымаҡ, ҡайҙалыр урынлашып, эшләү өсөн дә ихтыяр көсө кәрәк. Бында аҡса түләү генә етмәй. Тик ятып, ялҡаулыҡҡа өйрәнгән кешене эшләтеп кенә түгел, ҡыбырҙатып ебәреп тә булмай. Өҫтәүенә эшһеҙлек үҙе артынан алама ғәҙәттәрҙе һөйрәй. Халыҡ юҡҡа ғына “Эш тапмаған этлек уйлар” тип әйтмәгән бит. Яңыраҡ Күмертауҙа кеҫә телефоны өсөн бер нисә кешене үлтергән ике егетте йәки 2,7 мең һум өсөн һатыусының йәнен ҡыйған кешене, ахыр килеп, бейектә эшләп йөрөгән берәүҙең страховка арҡанын ҡырҡҡан иҫеректе генә миҫалға алығыҙ. Бындай мәғәнәһеҙ енәйәттәр йылдан-йыл арта.
Хәҙерге ҡайһы бер эшҡыуарҙар үтәлгән эш өсөн, төрлө һылтау табып, мәҫәлән, “һынау срогы” тип, хаҡ түләмәй. Судлашып йөрөргә ябай кешенең ваҡыты ла, аҡсаһы ла, теләге лә булмағанын аңлап торалар. Ябай хеҙмәт кешеһенә үҙ хоҡуҡтарын яҡлау еңелдән түгел. Һуңғы йылдарҙа Пикалево халҡының, “Көнсығыш“ космодромы хеҙмәткәрҙәренең, Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы үҙәге табиптарының үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сыҡҡанын ғына күрһәтергә була. Башҡа осраҡтарҙа хеҙмәт кешеһе дәүләттән ярҙамға өмөт итә алмай.
Көрсөккә ҡаршы Хөкүмәт программаһына күҙ ташлау ҙа етә. Был көрсөктә башлыса бизнестың ҡомһоҙлоғо ғәйепле булһа ла, дәүләт күрһәткән төп ярҙам ошо өлкәгә йүнәлтелә. Бәләгә тарыуҙа хатта хеҙмәт кешеһен ғәйепләп маташалар, йәнәһе, уның эш хаҡы үтә ныҡ артҡан. Тимәк, башлыса ябай граждандар яуап бирергә тейеш.
Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителәсәк яңы саралар арҡаһында 20 миллионлап кешенең пенсияһыҙ ҡалыуы мөмкин. Хаҡлы ялдағыларға түләүҙең тупланма өлөшөн бөтөрөү тураһында һүҙ сыҡҡас, иң беренселәрҙән булып быға ҡаршы Рәсәй банктары ассоциацияһы, Страховкалаусылар ассоциацияһы һәм дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтары асыҡ мөрәжәғәт менән сыҡты. Буласаҡ пенсионерҙар түгел, ә ошо “бизнесмендар”. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уларҙың төп табыш сығанағы — ошо пенсия фондтарына даими түләп барған проценттарыбыҙ. Баҙар шарттарында кеше аҡсаһын файҙаланған өсөн түләргә тейештәр, ә был табыш – яҡынса 2 триллион һум – уларға бушҡа килеп тора. Уны банкта тотһаң да, күберәк файҙа алырға булыр ине. Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләрҙе улар профессиональ рәүештә инвестицияға әйлән­дереп, табыш алып, уның бер өлөшөн хаҡлы ялдағыларға түләүҙе арттырыуға тотонорға тейеш ине, әммә үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртып яталар. Эш шарттары шул тиклем ауыр, хатта инфляцияны ла ҡаплай алмайбыҙ, тип зарланған булалар. Бына шулай була ысын “профессионалдар”.
Хеҙмәт — кешегә генә хас эшмәкәрлек. Ошоноң менән генә беҙ башҡа йән эйәләренән айырылып торабыҙ. Кемдер хайуандар ҙа кеше һымаҡ эшләй тип иҫәпләй. Был дөрөҫ булһа, бөгөн буш һәм йыш ҡына ҡарауһыҙ йөрөгән аттар ҙа үҙенә эш һорап йөрөр ине. Ат еккән кешене осратып та булмай бөгөн.
Яратҡан эшендә мәшғүл кеше менән генә модернизация, инновация кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеп була. Бында кешене мәжбүри эшләтеү тураһында һүҙ бармай. Мөмкинлек булһа, беҙҙең балалар ҙа мәктәпкә йөрөмәҫ ине. Әммә беҙ барыбыҙ ҙа был тормошта белемһеҙ бер уңышҡа ла өлгәшә алмаясағыбыҙҙы аңлайбыҙ, ә көн һайын эшкә йөрөүҙе ни эшләптер хоҡуҡ боҙоу тип ҡабул итергә тырышабыҙ. Баланы үҙ иркенә ҡуйһаң, ул, әлбит­тә, мәктәпкә йөрөмәйәсәк. Шуға хеҙмәткә лә либе­ра­лизмға хас “теләһәм – эшләйем, теләмәһәм — юҡ” тигән ҡалып аша ҡарау дөрөҫтән түгелдер. Хеҙмәтһеҙҙең кеше булып ҡалыуы икеле. Йылҡы малы ит йәки ҡымыҙ өсөн генә аҫралған һымаҡ, эшһеҙ кешенең дә байҙарға бөйөр, күҙ, йөрәк һ.б. сирле ағзаларын алмаштырыу өсөн генә үҫтерелгән биомассаға әйләнеүе бар.







Вернуться назад