Баҫыуҙар буш ятмаһын08.05.2015
– Эй, ошо ямғырҙы! Саҡ ҡына яумай торһа нимә була? Эште тотҡарлай, – тип үҙ алдына һөйләнә бирҙе Марс Фәйзуллин. Сәйетбаба ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһенең былай көйәләнеүен аңларға була. – Беҙ 2 майҙа уҡ баҫыуға сыҡҡайныҡ. Сәсеүҙе тиҙерәк тамамларға ине лә бит...
Ишембай ҡалаһында йәшәгән Марс Хатмулла улы бынан өс йыл элек тыуған ауылында хужалыҡ ойоштороп ебәргән. Башлыса буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеп, бойҙай, һоло, арыш сәсергә тотонған ул. Әлбиттә, техника табыу ҙа, бөтөн матди сығымдар ҙа уҙамандың иңенә төшкән.
– Ҡарауһыҙ ятҡан баҫыуҙарҙы күреп, йәнем түҙмәне, – ти эшҡыуар. – Бәләкәйҙән ер эше менән булышып үҫкәнгә, үҙем тәүәккәлләргә булдым. Хәҙер бит ауылдарҙа халыҡ малды, ҡош-ҡортто күпләп тота. Шуға беҙ үҫтергән ашлыҡҡа ихтыяж ҙур.
Әле Марс Фәйзуллин хужалығының ҡеүәтен арттырыу теләге менән яна. Былтыр өр-яңы трактор һатып алһа, быйыл ер йомшартыу ҡорамалын килтергән.
Крәҫтиән һәр ваҡыт үҙ эшен намыҫ менән башҡарырға әҙер. Тик сәсеү алдынан яғыулыҡҡа хаҡтың күтәрелеүе генә хафаға һала...