Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы республика журналистары ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырып, шанлы яу юлы үткән ветеран-коллегаларын Матбуғат йортона саҡырып тәбрикләне. Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков әйтеүенсә, юбилей йылында төрлө саралар үткәреү ҡаралған: Бөйөк Ватан һуғышы яугире һәм тыл хеҙмәтсәне булған журналистарҙың көнкүрешен яҡшыртыу, уларға матди ярҙам күрһәтеү; тармаҡ аҡһаҡалдарының йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуҙарын ойоштороу; һуғышта ҡатнашҡан гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренең хәтирәләренән буклет әҙерләү; яуҙа һәләк булған ҡәләмгирҙәргә арналған мемориалдарҙы тергеҙеү; республика баҫмалары редакцияларында ветерандарҙың фоторәсемдәренән торған галереялар булдырыу; мәктәп уҡыусылары араһында Бөйөк Ватан һуғышы темаһын яҡтыртыуға ижади конкурс ойоштороу...
Мәскәүҙәге Поклонная тауында урынлашҡан музейҙа 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистарҙың “Хәтер китабы” һаҡлана. Унда һуғышта һәләк булған 564 журналистың исеме теркәлгән, әммә араларында Башҡортостандан бер генә вәкил дә юҡ. Ошо сәбәпле Башҡортостандың Журналистар союзы исеменә Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтан һәм Рәсәй Журналистар союзының Ветерандар берлеге советы етәкселәренән хат килгән. Башҡортостандың Журналистар союзы һәм Журналистика ветерандары берлеге республиканың барлыҡ журналистар ойошмаларына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хеҙмәттәштәренең исемдәрен дөрөҫләү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Дөйөм исемлек Мәскәүгә, Рәсәй Журналистар союзының Ветерандар берлеге советына ебәреләсәк.
Еңеү көнө алдынан Өфөнөң Матбуғат йортонда урынлашҡан таҡтаташ яңыртылды һәм, һуғышта һәләк булған журналистарҙың тулы исемлеген иҫәпкә алып, «Журналистарҙың Хәрби дан стенаһы» исемле мемориаль таҡтаташ асылды.
– Беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк бүләк иткәнегеҙ өсөн һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, рәхмәтебеҙ һәм ихтирамыбыҙ сикһеҙ. Киләсәк быуындар намыҫығыҙға тап төшөрмәҫ, Еңеү байрағы быуаттарҙан быуаттарға күсеп елберҙәр, – тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Бөйөк Ватан һуғышында “Башҡортостан” гәзитенең 50-нән ашыу журналисы ҡатнашҡан. Берәүҙәр Бөйөк Еңеү менән тыуған иленә әйләнеп ҡайтһа, икенселәр яу юлында ятып ҡалған. Гәзит редакцияһында ошо уңайҙан “Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә” тигән фотокүргәҙмә лә асылды.