Балалар ғүмере өҙөлдө08.05.2015
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Орджоникидзе районындағы мәктәптәрҙең береһендә X класс уҡыусыһының ғүмере өҙөлдө.
Башҡортостандағы Тәфтиш идаралығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, стадионда йүгергәндә 16 йәшлек үҫмер ҡапыл ҡолап иҫен юғалта. Тәүге ярҙам күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, ул йән бирә. Табиптар әйтеүенсә, үҫмер йөрәк сирле булған.
Әле ваҡиғаның сәбәбе асыҡлана. Тикшереү барышында “Ашығыс ярҙам” табиптарының ғәмәленә лә баһа биреләсәк.
* * *
Республикалағы Тәфтиш идаралығы Бәләбәйҙә 5 йәшлек сабыйҙың үлеменә бәйле хәлде тикшерә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 5 май кисендә баланы йорт ихатаһында бәйле торған эт тешләгән. Ауыр яраларҙан малай вафат булған. Ваҡиғаны тикшереү барышында уның ата-әсәһенең холоҡ-фиғеленә лә хоҡуҡи баһа биреләсәк, тип белдерҙеләр тәфтиш ведомствоһында.