...Ир-егеткәй менән ат башы08.05.2015
...Ир-егеткәй менән ат башы “Барығыҙ ҙа – төп башҡорт ауылдарынан һайлап ҡына алынған иң белемле, иң таҙа кәүҙәле ир-егеттәр. Үҙемде халҡымдың генофонды өсөн дә яуап биреүсе кеше итеп тоям хәҙер. Барығыҙ ҙа тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн ниҙәр генә ҡылайым икән? Дошмандың танктары, самолеттары бар, ә беҙҙең ҡулда – ҡылыс ҡына...”
Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Миңлеғәле Шаймо­ратовтың был һүҙҙәре ошо көндәрҙә Өфөләге Йәштәр һарайы сәхнәһенән Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарыуында яңғыраны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Өфөнөң Дим районындағы музейы ойошторған был кисә ошо легендар ғәскәрҙе иҫкә алыуға арналғайны. Әлеге театрлаш­тырылған тамашаның Бөйөк Еңеүгә арналған күп саралар араһындағы үҙенсәлеге шунда: ул тулыһынса башҡорт телендә барҙы.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙ сығышында ошо ҡаһарман дивизияның милли тарихыбыҙҙа ниндәй тәрән эҙ ҡалдырғанын залда ултырыусыларҙың хәтеренә тағы бер тапҡыр төшөрҙө. Был ғәскәрҙе барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү сығымдарын да башҡорт халҡы үҙ өҫтөнә алған бит. Яу тулҡыны Украинанан көнбайышҡа табан алыҫлашҡас та, беҙҙең республика, үҙенә ашарға наҡыҫ булһа ла, украиндарға вагонлап аҙыҡ оҙатҡан. Ҙур көтөү малды Донбассҡа хәтлем ҡыуып алып барған (йәйәүләп!) яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт батырлығы тураһында “Башҡортостан” гәзите ике йыл элек ентекләп яҙып та сыҡҡайны.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм башҡалар ҙа был дәһшәтле тарихи хәҡиҡәтте онотмау, уның хаҡындағы иҫтәлекте тулыраҡ һаҡлау зарурлығы тураһында һөйләне.
...Ир-егеткәй менән ат башы– Һеҙҙең арала тарихсы һөнәрен һайлаусылар ҙа барҙыр әле. 112-се атлы дивизиябыҙҙың яҙмышын, башҡа тарихи ваҡиғаларҙы ла ентекләберәк өйрәнеү һәм халыҡҡа еткереү һеҙҙең бурыс булырға тейеш, – тип республикабыҙҙың Ветерандар советы ағзаһы фронтовик Сабир Йыһаншин тамашасыларға – гимназиялар һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына – мөрәжәғәт итте. Ә асыҡлайһы, ғәҙеллек урынлаштыраһы нәмәләр ысынлап та күп. Генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен юллау кәрәклеге, мәҫәлән, был кисәлә шунда уҡ ҡалҡып сыҡты һәм һәр сығышта тиерлек яңғыраны.
Залда ултырған күршеләремдең береһе: “Хәҙер был исемде юллауҙың кәрәге ҡалдымы икән, Советтар Союзы тигән дәүләттең үҙе лә юҡ бит. Бәлки, шуның урынына баш ҡала үҙәгендә ҙур һыбайлы скульптура эшләтеү маҡсатҡа ярашлы булыр?” – тип ҡуйҙы. Һәр хәлдә, был мәсьәлә халҡыбыҙ тарихына битараф бул­мағандарҙың береһен дә тулҡынландырмай ҡалмайҙыр.
Генерал Миңлеғәле Шайморатов һәр саҡ әҫәрләнеп тыңлаған “Урал” йыры яңғырай... Кисәлә ҡатна­шыусылар ниҙәр кисергәндер, мин уны иһә дошман танктарына ҡаршы ҡылыс менән барған башҡорт атлыларына дан яуҙырыу тип тә, аҫыл ирҙәребеҙҙе ошондай күрәләтә тиңһеҙ яуҙа юғалтыу айҡанлы тәрән әрнеү булараҡ та ҡабул иттем.


Вернуться назад